Мәғариф
10 Апрель 2025, 05:30

Юлдарҙа 12,9 мең соҡор һәм дефект бөтөрөлгән

Башҡортостандың юл хеҙмәттәре төбәк һәм урындағы әһәмиәттәге асфальт-бетон япмалы 13 380 саҡрым самаһы автомобиль юлын тикшергән (70 проценттан ашыу).  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Юлдарҙа 12,9 мең соҡор һәм дефект бөтөрөлгәнЮлдарҙа 12,9 мең соҡор һәм дефект бөтөрөлгән
Юлдарҙа 12,9 мең соҡор һәм дефект бөтөрөлгән

Уларҙа 32 240 дефект асыҡланған һәм цифрлаштырылған, шуларҙың 12 880 соҡоро тигеҙләнгән. 

       Бөтә асыҡланған етешһеҙлектәр юл инфраструктураһы өлкәһендәге эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыуҙың берҙәм системаһына индерелгән. Транспорт Министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 10 муниципалитетта – Баҡалы, Балтас, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Кушнаренко, Нуриман, Саҡмағош һәм Шишмә райондарында, шулай уҡ Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта юлсылар ҡыштан һуң барлыҡҡа килгән зыянды бөтөрөү эштәрен атҡара. Соҡорҙарҙы ремонтлау өсөн республикала 12 асфальт-бетон заводы эшләй, улар ҡайнар ҡатнашма етештерә башлаған. 15 апрелгә тағы 19 заводты сафҡа индереү планлаштырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас