

Шуның, 34,7миллиардһумыфедералькимәлдә. Бүленгән финанстың яҡынса 90 проценты өс милли проектҡа туракилә: “Тормош өсөн инфраструктура”ға (13,4 миллиард һум), “ Йәштәр һәм балалар” (16,9 миллиард һум), “Оҙайлы һәм әүҙем тормош" (6,5 миллиард һум). Бынан тыш, республиканың үҙенең 40 төбәк проекты тормошҡа ашырыла.Әйткәндәй, уға быйылдан яңы йүнәлештәр өҫтәлгән.Улар араһында - терәктораҡ пункттарҙыүҫтереү, балалар баҡсаларын һәм мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау, коммуналь инфраструктураны яңыртыу, технологик лидерлыҡ проекттары бар.
Быйыл, мәҫәлән, дөйөм һәм мәктәпкәсә белем биреү, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәһендә 14 объект сафҡа индереү, 49 объектты капиталь ремонтлау, 164 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү ҡаралған.
Йыл аҙағына тиклем - Яңауыл, Учалы, Асҡын, Благовещен, Әбйәлил һәм Баҡалы райондарында алты поликлиниканы төҙөп бөтөү, Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында ике күперҙе сафҡа индереү, республика райондары һәм ҡалаларында 164 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү, 48 социаль учреждениены һәм 20 коммуналь инфраструктура объектын капиталь ремонтлау, медицина ойошмалары өсөн яҡынса 3,5 мең берәмек ҡорамалдар, 99 автомобиль һатып алыу эштәре тора.