

Алдынғы ҡарашлы ҡыҙ һәм малайҙарҙы тәбрикләү районыбыҙҙа матур йолаға әүерелгән. Район хакимиәте башлығының стипендияһы 2001 йылда булдырылған, ә уҙған йылдан уның кү-ләме ике тапҡырға арттырылған.
Һәр мәктәптең данын һәләтле, тырыш, шәп уҡыусылары күтәрә. Быйылғы сараға һәр белем усағынан тиерлек 22 уҡыусы һәм 2024 – 2025 уҡыу йылында үткәрелгән Бөтә Рәсәй олимпиадаһының 23 еңеүсеһе һәм призерҙары, уларҙың ата-әсәләре саҡырылды. Ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров сәләмләне:
— Һис һүҙһеҙ мәктәп йылдары һәр кешенең ғүмерендә мәңгелеккә иҫтә ҡала торған бер мәл. Һеҙ әүҙем булғанда, ижади яҡтан үҫешкәндә һәм спортты яратып үҫкәндә генә тормошта юғары үрҙәргә өлгәшәсәкһегеҙ. Беҙ йәшәгән тормошто алтын минуттар һәм ҡыуаныслы ваҡиғалар биҙәй. Бөгөнгө көн дә ғүмерегеҙҙә иң иҫтәлекле бер көн булып ҡаласаҡ, сөнки һеҙ бөтә район уҡыусылары араһында иң алдынғы, иң шәп тип билдәләндегеҙ. Шул кимәлдән төшмәй, артабан да юғары үрҙәргә өлгәшеп, кесе Ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт итерҙәй лайыҡлы граждандар булып үҫеүегеҙҙе теләйем, — тине ул уҡыусыларҙы ҡотлап.
Һәләтле кеше һәр яҡлап һәләтле була. Уҙған уҡыу йылының һөҙөмтәләре ҡыуаныслы, сөнки алдынғы ҡарашлы уҡыусылар район данын республика кимәлендә лайыҡлы яҡлаған. Мәҫәлән, Асҡар урта мәктәбе уҡыусыһы Руслана Нишанова астрономия, экономика, физика фәндәре буйынса, Хәмиттән Яҙгөл Абдуллина башҡорт теле һәм правонан, Күсем руднигы мәктәбе уҡыусыһы Данил Замалиев география һәм тарих фәндәренән Бөтә Рәсәй олипиадаһында еңеү яулаған. Асҡар мәктәбенән Ләйсән Ишбулдина һәм Арина Лотфуллина биология фәнен иң яҡшы белеүселәр иҫәбендә. Ошо уҡ белем усағынан Лиана Динисламова право фәненән, Милена Кулинчик тарих, Анастасия Безбородова географиянан юғары һөҙөмтәләр күрһәткән. Байым урта мәктәбе уҡыусылары Регина Юнысова менән Илһам Рамаҙанов, Красная Башкириянан Степан Макашов - физкультура буйынса олимпиада призерҙары. Сиҙәмдән Сабина Тайсина технология, Хәмиттән Лиана Ғәҙелшина экономиканан еңеүселәр тип табылған.
Башҡорт теленә һәм уның тарихи үткәненә, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү өсөн беҙҙең район уҡыусылары күп көс һала. Был бер кемгә лә сер түгел, шуға ла тап ошо предмет буйынса төбәк олимпиадаһында йыл да уңыштарыбыҙ күп. Быйыл да Буранғолдан Фирүзә Ғәбитова, Әбделмәмбәттән Наҙгөл Дауытова, Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары Ләйсән Рәхмәтуллина, Лиана Әхмәтшина, Азалия Ғәлиуллина һәм Наҙгөл Илһамова үҙҙәрен иң зирәк һәм иң шәп уҡыусылар итеп танытҡан.
Ҡырҙас мәктәбе уҡыусылары айырым маҡтауға лайыҡ. Аслан Хәйруллин Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән призер булһа, Тимур Йәмғурсин, Дилбәр Моратшина һәм Азалия Бикйәнова башҡорт теле буйынса төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында еңеү яулаған.
Һәләтле балалар портфолиоһы конкурсының һөҙөмтәләре буйынса «Белемселәр» номинацияһында Лилиана Суфиянова (Дәүләт), Гөлсибәр Байғадамова (Яңы Балапан), Әлфиә Сәйетғәлина (Байым), Камила Баязитова (Атауҙы), Динислам Әбсәләмов (Йәнгел), Әмир Саматов (Асҡар), Сыңғыҙ Фәттәхов (Буранғол) еңеүселәр тип табылды.
«Йәш новаторҙар» номинацияһында Арслан Фәизов (Күсем руднигы), Илдан Ғәлиуллин (Йәнгел) билдәләнде.
Рания Билалова (Ташбулат), Айгөл Хамматова (Салауат), Асҡар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Гөлсибәр Баһранова «Йәш таланттар» номинацияһы еңеүселәре.
Спорт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусыларҙы «Олимпиада өмөтө» номинацияһында бүләкләнеләр. Улар — Айваз Миңдейәров (Әбделмәмбәт), Салауат Хәйбуллин (гимназия), Арсен Дауытов (Дәүләт), Урал Ҡаһарманов (Ҡаҙмаш), Камилла Ғәбитова (Асҡар).
«Йәш эҙләнеүселәр» номинацияһының еңеүселәре тип Заһир Мөхәмәтов (Рәхмәт) һәм Айгөл Зәйнишева (93-сө һөнәрселек училищеһы) табылды.
Гусев урта мәктәбе уҡыусыһы Илгинә Байғәлина иһә «Йәш лидер» номинацияһына лайыҡ булды.
Стипендияға лайыҡ булыусылар араһынан Ләйсән Рәхмәтуллина менән Лилиана Суфиянова телмәр тотто. Улар район хакимиәтенә һәм мәғариф бүлеге коллективына йәш быуынға күрһәткән ярҙамы һәм иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм артабан да «стипендиат» исеменә тап төшөрмәҫкә һүҙ бирҙе.
Ата-әсәләр исеменән сығыш яһаған Ләйсән Лотфуллина былай тине:
— Беҙҙең балаларҙан йондоҙҙар эшләгәнегеҙ өсөн бөтә ата-әсәләр исеменән район хакимиәтенә һәм мәғариф бүлеге коллективына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ юлдаш булһын, — тине Ләйсән Илдар ҡыҙы. — Балаларҙың уңыштары ул беҙҙең дә уңыш. Үҙең һалған көс һәм тәрбиә емештәрен күреү һәр ата-әсә өсөн оло мәртәбә. Беҙгә ҡыҙ һәм улдарыбыҙ өсөн гел шулай ҡыуаныстар кисерергә һәм уларҙың уңыштарына һөйөнөп ултырырға яҙһын. Ата-әсәйҙәрегеҙҙең ғорурлығы булып үҫегеҙ!
Матур сараны мәғариф бүлеге етәксеһе Вәсилә Абсаҙыева тамамланы:
— Бала ҡайҙа ғына йәшәмәһен һәм белем алмаһын, үрҙәргә ынтылып, маҡсаттарына ирешергә теләй икән бөтә мөмкинлектәр ҙә бар хәҙер. Һәр баланың үҙенән тора. Ата-әсәләрҙең дөрөҫ тәрбиә биреүе һәм дөрөҫ юл күрһәтеүе, баланың булмышы булһа, беҙ иһә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Ә уҡыусыларға әйтер һүҙем шул: үҙебеҙҙең республикалағы уҡыу йорттарына уҡырға инегеҙ, үҙебеҙҙең төбәккә кәрәкле һөнәр эйәләре булып, кесе Ватаныбыҙға хеҙмәт итергә яҙһын, — тине үҙенең сығышында.
Уҡыу алдынғыларын бүләкләү тантанаһын Таһир Кусимов исемендәге гимназияның «Талисман», Асҡар мәктә-бенең «Альтаир» вокал ансамблдәре һәм Асҡар сәнғәт мәктәбенең скрипка класы тәрбиәләнеүселәренең йыр-моңдары биҙәне.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.