

Уны Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының беренсе көнөндә «Пилотһыҙ офоҡтар: автономлы киләсәккә берҙәм юл» сессияһында РФ Транспорт министрлығы иғлан иткән. Рейтингҡа бөтәһе 47 субъект ингән. Эксперттар уларҙың пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереүгә нисек йәлеп ителеүен баһалаған.. "Рейтинг төбәктәрҙең пилотһыҙ аппараттар менән эшләүенең ике төп йүнәлешен үҙ эсенә ала. Беренсенән, был күк йөҙөнөң асыҡлығы, инфраструктура, ресурстар, кадрҙар. Икенсенән, ҡулланыу сценарийҙарының әҙерлеге, уларҙың потенциалы һәм баҙар перспективалары», — тигән Радий Хәбиров.
Рейтингта беренсе урынды Калуга өлкәһе, икенсе урынды Рязань өлкәһе яулай.
Биш лидерерҙар иҫәбенә шулай уҡ Сахалин һәм Һамар өлкәләре ингән.