Мәғариф
20 Июнь 2025, 09:26

Уҡытыусылар өскүл буйында

Районда мәғариф хеҙмәткәрҙәренең туристик слеты үтте.

Оҙаҡ көтөлгән йәй йылға буйҙарына, сәйәхәттәргә һәм экскурсияларға әйҙәй һәм ял итеүселәрҙең барыһына ла ыңғай тәьҫораттар бүләк итә. Ә районыбыҙ педагогтары был миҙгелдә йыл һайын туристик слетҡа йыйыла. Быйыл улар Аһылай ауылы эргәһендәге матур тәбиғәт ҡосағында, Өскүл күле буйында палаткалар ҡорҙо. Етеҙлеген, спортҡа маһирлығын күрһәтеү, ҡыҙыҡлы эстафеталар һәм конкурстарҙа ҡатнашыу, яңы уҡыу йылы алдынан бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән арынып бер аҙ ял итеп алыу өсөн бында 200-ҙән ашыу мәғариф хеҙмәткәрҙәре килде.

-Ярышта ҡатнашыусыларҙың көйәрмәндәре лә күп, шуныһы ҡыуаныслы: быйыл күп мәктәп директорҙары үҙҙәре килеп, командалары менән бергәләп ҡатнашалар. Командаларын үҙҙәре етәкләп, һәр бер этап менән алдан танышып, ихлас ҡыҙыҡһынып ярышалар. Хатта ҡайһы бер директорҙар команда составында ла ҡатнаша. Берҙәмлектә - көс, - ти мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз рәйесе Айҙар Хәкимов.

Традицияға әйләнгән сараның быйылғы ойоштороусылары - Байым зонаһының педагогик хеҙмәткәрҙәре. Уҙған йылда үткәрелгән туристик слетта улар райондың барлыҡ уҡытыусыларын халыҡ телендә “күбәләк яғы” тип йөрөтөлгән, Әбйәлилдең хозур тәбиғәтле төбәгенә ҡунаҡҡа саҡырып ҡалған. Һәм күбәләктәр һүҙҙәрендә торған: Байым, Рәхмәт, Яңы Балапан, Аһылай мәктәптәре һәм уларҙың филиалдары ярҙамы менән туристик слет юғары кимәлдә ойошторолған. Ойоштороусыларҙың берҙәм көсө менән матур урын һайланған, урманда бесән сабылған, этаптарҙы үтер өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған.

Матур буй-һынлы, спорт кейемендәге уҡытыусы-туристар тантанаға теҙелде. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район ойошмаһы рәйесе Айҙар Хәкимов сәләмләне һәм алда торған ярыштарҙа уңышлы старттар, рух күтәренкелеге, яҡшы ял теләне.

-Матур тәбиғәтле Аһылай ерлегендә һәр кемегеҙгә уңыш йылмайһын, - тине ул.

Ысынлап та, күбәләк яғының иң төпкөл ауылдарының береһе булған Аһылай-Өскүл ауылында педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре тәүге тапҡыр булды. Һәр кем Учалы, Белорет райондары менән сиктәш ятҡан күбәләктәрҙең йәшәү рәүеше, халыҡтың көнитмеше тураһында һорашты, ер-һыу атамаларын, ауылды уратып алған күлдәр тураһында ҡыҙыҡһынды. Тирә-яғын тик күлдәр уратҡан, тауҙар ҡосағына һыйынған ауылдың күркәмлегенә һоҡланды. Саф һауа, ялан сәскәләре еҫе, ҡыҙарып бешеп килгән ер еләгенән ауыҙ итеү, усаҡта әҙерләнгән аҙыҡ, фекерҙәштәрҙең берҙәм командаһы, ихлас аралашыу – әгәр турслет ойошторолмаһа, ҡасан былай йыйылырҙар ине әле уҡыу йылы буйы тауыҡ сүпләһә лә эше бөтмәҫ мәғариф хеҙмәткәрҙәре?! “Туристар слеты хис-тойғоларҙы яңырта”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Уҡытыусыларҙың да комнадалары дәррәү, дәртле, кәйефтәре күтәренке ине.

Көсөргәнешле ярыш алдынан инструктаж үткәрелде. Төп судья – Таштимер ауылы мәктәбе директоры Нуриман Хәйруллин һәр этап тураһында ентекле аңлатҡандан һуң, командалар стартҡа баҫты. Турслетта уҡытыусылар 11 этап үтте, командала һигеҙәр кеше, йәғни, 4 ҡатын һәм 4 ир-ат. Йәмғеһе 21  команда ҡатнашты. Айҙар Салауат улы әйтеүенсә, филиалдары булған ҡайһы бер мәктәптәр бер командаға тупланған. Мәҫәлән, Ишбулды һәм Хәлил мәктәптәре бер команда булып сығыш яһаны.

- Йыл һайын районыбыҙҙа туристик слет үтә. Күптәрҙең берҙәм формала сығыш яһауы ҡыуандыра, сифатлы палаткалар һатып алынған. Районыбыҙ урманлы, йылғалы, туристик яҡтан үҫешкән. Әлбиттә, турслет-ул спорт ярыштары, көс, оҫталыҡ, еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр генә түгел, беҙ килгәндәрҙең барыһы ла еңеүселәр икәнен һәм улар өсөн иң мөһиме – коллегаларыбыҙ һәм фекерҙәштәребеҙ менән аралашыу икәнлеген беләбеҙ. Слеттар кәрәк, был ҙур тәрбиәүи эш, уҡытыусылар бер ғаилә булып йәшәй, берҙәмлек  күҙәтелә. Ялан шарттарында тормош-көнкүреш алып барыу нескәлектәрен иҫкә төшөрәләр, төрлө темаларға аралашалар, иҫтәлекле ваҡиғалар менән хәтерҙә ҡала ул туристик слеттар, - тине мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙыева.

Тәүгеләрҙән булып Хәлил, Ишбулды һәм Гусев мәктәбе командалары старт һыҙығына баҫты. Командалар бер нисә туҡталыштан торған ҡаршылыҡтар һыҙатын үтергә тейеш ине. Ҡаршылыҡтар һыҙаты - ул бер нисә ҡатмарлы этап: файҙалы үҫемлектәрҙең исемдәрен белеү, усаҡ төрҙәрен эшләп күрһәтеү, маятник, аҫмалы күперҙе үтеү, беренсе ярҙам күрһәтеү, сысҡан тоҙағын еңеп сығыу, тау битенә менеү һәм төшөү, параллель перилалар аша сығыу, һыу эсендә йөҙөү һынауҙарын үтте. Тауға үрмәләгәндә, йүгергәндә, сысҡан тоҙағын үткәндә саңға буялған уҡытыусылар күлдә йыуынып та алды. Бәхеткә күрә, эҫе ҡояшлы көн эләкте. Спортҡа битараф булмаған һәм матурлыҡты, һаулыҡты өҫтөн ҡуйған мәғариф хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең көслө, таҫыллы, ныҡышмал ярышсылар икәнен, яҡшы сығыш яһауҙары күнекмәләр һөҙөмтәһен һәм уларҙың тырышлығын күрһәтте.

Нуриман Рәис улы әйтеүенсә, быға тиклем этаптар араһында палаткалар ҡороу булған, быйылғы йылда уны алып ташлап, урынына яралыға беренсе ярҙам күрһәтеүҙе алғандар, “Былар барыһы ла илдә барған көсөргәнешле хәлдәр менән бәйле. Уҡытыусылар ниндәй хәлдә лә ситуациянан сыға белгән һөнәр эйәһе. МХО менән бәйле төрлө ваҡиғалар булыуы мөмкин, был этап улар өсөн тик фәһемле буласаҡ”, - ти.

Көн оҙоно барған ярыш бик сәмле, ҡыҙыҡ һәм ҡыҙыу барҙы. Старт һыҙығынан 8 минут һайын бер команда ҡуҙғалды. Тәғәйенләнгән судьялар күҙ яҙлыҡтырмай һәр күренеште ҡарап торҙо. Заданиены теүәл үтәмәгән осраҡта, штраф мәрәйҙәре менән аяуһыҙ язаланы ла улар.

Ташбулат мәктәбе командаһы
Таһир Кусимов исемендәге гимназия командаһы
Красная Башкирия мәктәбе командаһы
Ташбулат мәктәбе командаһы

Тулы әҙерлекле, бер иш кейемдә килгән командалар ҙа маҡтауға лайыҡ. Мәҫәлән, йәнгелдәр һыҙатлы кейемдәре, бескозыркалары менән моряктар булып кейенһә, хәмиттәр хәрби кейемдәрҙә ине. Байым зонаһы хеҙмәткәрҙәре ҡыҙылдан кейенгәс, уларҙы был сараның ойоштороусылары икәнен әллә ҡайҙан танырға була ине.

Төрлө спорт төрөндәге ярыш тамамланып, судьялар һөҙөмтәләр сығарып бөткәс, бәйге тантаналы шарттарҙа ябылды. Быйылғы турслеттың төп еңеүселәре тип тау-урман зонаһы уҡытыусылары табылды. Ярышҡан командалар араһында иң етеҙе, иң шәбе тип Амангилде уҡытыусылары билдәләнде. Икенсе урынды Хәмит мәктәбе уҡытыусылары алды. Өсөнсө урында Ҡырҙас мәктәбе хеҙмәткәрҙәре – еңеүсе. Командалар маҡтау ҡағыҙҙары һәм кубоктар менән бүләкләнде.

Бүләкләү тантанаһында Вәсилә Сәғит ҡыҙы сараны ойоштороусыларҙың алдан ныҡлы әҙерләнгәне, турслетты ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул тағы ла командаларҙың яҡшы әҙерлеген билдәләне, ҡатнашыусыларға ныҡлы һаулыҡ теләне һәм киләһе йылда ошондай сара тағы ла күберәк ҡатнашыусыларҙы үҙ байрағы аҫтына йыйыр тигән өмөт белдерҙе.

-Һәр команда үҙенең иң яҡшы сифаттарын күрһәтергә һәм еңергә тырыша. Слетта дуҫлыҡ, үҙ-ара аңлашыу һәм бер-береңә ярҙам итеү атмосфераһы хакимлыҡ итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡатнашыусыларҙың кәйефе күтәренке, шуға күрә бүләкләү тантанаһында барыһы ла бер-береһен ҡотланы, шатлыҡтары менән уртаҡлашты, - ти Нуриман Хәйруллин.

Шулай уҡ комиссия ағзалары тарафынан “Еңеүгә ынтылыш өсөн” номинацияһында дәғүәселәренән бер нисә секундҡа ғына артта ҡалған Таштимер, берҙәм һәм дәррәү булып йүгергән Тупаҡ мәктәбе “Патриотик команда” номинацияһында билдәләнде. Мәрәкә өсөн  иң аҙаҡтан беренсе булып килгән хәлил һәм ишбулды командаларын да билдәләп, бүләкәр тапшырылды. Тағы ла район мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә конкурстан тыш ярышта үҙ көстәрен һынап ҡараны. Дөйөм иҫәп буйынса улар икенсе урында килде.

Команда ағзалары заданиелар үтәгән арала, ҡалған мәғариф хеҙмәткәрҙәре усаҡ яҡты, төшкө аш әҙерләне. Барлыҡ спорт ярыштары бөткәндән һуң, уҡытыусылар ижади яҡтан да һынау тотто. Һәр белем усағы үҙҙәре әҙерләгән концерт номерҙарын тәҡдим итте. Уҡытыусылар үҙ-ара аралашты, һәләттәрен күрһәтте һәм яҡшы ял итте. Быйылғы слет уҡытыусыларға яҡшы кәйеф, көс-дәрт һәм сағыу тәьҫораттар бүләк итте.

 Гөлфиә Ниғмәтуллина.

Читайте нас