

2024/2025 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса республиканан 57 уҡыусы еңеүсе һәм призер булған.
– Быйыл республика йыйылма командаһы составына 153 кеше ингән, шуларҙың 11 – е еңеүсе һәм 46-һы призер булған.
Олимпиаданың мәктәп этабында 219 меңгә яҡын бала ҡатнашҡан, был былтырғы күрһәткестән 7 меңгә күберәк. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында иң һөҙөмтәле әҙерлекте Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский,Сибай ҡалалары, Туймазы, Борай, Мәләүез, Дәүләкән, Благовещен, Ейәнсура, Ауырғазы, Ҡыйғы һәм Өфө райондары күрһәткән.
Әйткәндәй, 2018 йылдан республикала Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән педагогтарға премиялар тапшырыла. 2024 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән түләүҙәр күләме өс тапҡырға артты: еңеүселәр һәм уларҙың остаздары – 300-әр мең һум, призерҙар һәм уларҙың уҡытыусылары 150-шәр мең һум ала.