Мәғариф
24 Июнь 2025, 12:09

МХО яугирҙары өсөн икенсе юғары белем алыу бушлай буласаҡ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн икенсе урта махсус белемде бушлай алыу мөмкинлеген индерергә кәрәк, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин омбудсмен Татьяна Москалькова менән осрашыуҙа. #ВладимирПутин  

МХО яугирҙары өсөн икенсе юғары белем алыу бушлай буласаҡМХО яугирҙары өсөн икенсе юғары белем алыу бушлай буласаҡ
МХО яугирҙары өсөн икенсе юғары белем алыу бушлай буласаҡ

"Улар юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн льготалар алды. Әгәр улар икенсе урта махсус белем алырға теләһә, ул түләүле башҡарыла", - тип һөйләне Москалькова Дәүләт башлығына. Омбудсмен хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың башҡа һөнәр алыу мөмкинлеге булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре яралары арҡаһында элекке кеүек эшләй алмай.

      “Тулыһынса риза. Яугирҙәргә ярҙам итергә кәрәк, әлбиттә", - тип яуаплаған В. Путин.

        2022 йылдың майында Путин Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн махсус квота булдырыу тураһында указға ҡул ҡуя.

Уҡыу йорттары бакалавриат һәм специалитет программаларына инеүселәрҙең дөйөм урындарҙың 10 процентын уларға беркетергә тейеш.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас