Мәғариф
30 Июнь 2025, 13:36

11 мәктәп автобусы һатып алына

Мәғариф министрлығы уҡыусы балаларҙы ташыуға 11 мәктәп автобусы алыуға һатыу үткәрә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

11 мәктәп автобусы һатып алына11 мәктәп автобусы һатып алына
11 мәктәп автобусы һатып алына

Контракттың дөйөм хаҡы 77 миллион һум кимәлендә билдәләнгән, аукционға 9 июлдә йомғаҡ яһаласаҡ. Һатып алыуҙы төбәк бюджетынан финанслайҙар. Транспорт саралары заказсыға 20 авгусҡа тиклем тапшырылырға тейеш. Башланғыс хаҡ бер автобусҡа 7 млн һум күләмендә билдәләнгән. Автобустар Өфө, Сибай, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Илеш, Ишембай, Дүртөйлө һәм Белорет райондары мәктәптәренә, гимназияларға тәғәйенләнгән. Транспорт саралары һары төҫтә булырға тейеш, унда “Балаларҙы ташыу” һәм “Балалар” билдәләре булырға тейеш. Шулай уҡ автобустарҙа ялтыратҡыс маяҡтар булырға тейеш. Механик каробка һәм дизель двигателе булған транспорт 25-30 урынға иҫәпләнгән булырға тейеш. Уларҙа йылытыу һәм елләтеү системалары булыуы мотлаҡ. Шулай уҡ автобустар ТАХОГРАФТАР һәм ГЛОНАСС спутник навигация ҡабул итеүселәре менән тәьмин ителергә тейеш. Тәьмин итеүсе транспорт сараларына ике йылға йәки 60 мең км юл йөрөүгә гарантия бирергә тейеш.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас