

Башҡортостандан ағас материалдарын ете илгә - Әзербайжан, Афғанстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстанға оҙатылған. Экспортҡа китеүсе бөтә 623 партия ағас материалдар Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында лаборатор экспертиза үткән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса хәүефле карантин объекттары асыҡланмаған, ағас материалдар импортлаусы илдәрҙең фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына тап килә. Һығымталар нигеҙендә Россельхознадзор 623 фитосанитар сертификат рәсмиләштергән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты-2030 йылға сеймал булмаған тауарҙар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа арттырыуҙы тәьмин итеү.