Мәғариф
17 Июль 2025, 10:14

"Һеҙ — райондың ғорурлығы..."

Район тарихында тәүге тапҡыр иҫтәлекле ваҡиға — Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған сығарылыш класс уҡыусыларын тәбрикләү тантанаһы булды. Химия буйынса Ишҡол урта мәктәбе уҡыусыһы Мансур Ғиниәтов (уҡытыусыһы Ә. Ш. Аллаярова) һәм Күсем руднигы мәктәбе уҡыусыһы Ирина Лисина (А. М. Копытова) имтиханда иң юғары балл йыйғайны. Райондың иң шәп уҡыусыларын һәм уларҙың ата-әсәләрен район хакимиәтенә саҡырып ҡотланылар.

"Һеҙ - райондың ғорурлығы...""Һеҙ - райондың ғорурлығы..."
"Һеҙ - райондың ғорурлығы..."

Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Әминев барыһын да ошо ҡыуаныслы ваҡиға уңайынан тәбрикләне.
— Беҙ районда ошондай аҡыллы, тырыш уҡыусылар булыуы менән ғорурланабыҙ. Был һеҙҙең маҡсатҡа ынтылыу һәм ныҡышмалылыҡ күрһәткесе. Оло еңеүегеҙҙе билдәләмәй булдыра алманыҡ. Киләсәктә һеҙҙең тыуған районыбыҙ өсөн кәрәкле белгестәр булыуығыҙҙы теләйем, — тине Айрат Зиннәт улы һәм уҡыусыларға планшеттар, ата-әсәләренә Рәхмәт хаттары һәм сәскә гөлләмәләре тапшырҙы.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Хәкимов ата-әсәләргә балаларына лайыҡлы тәрбиә биргәне, имтихандарҙы яҡшы тапшырырға ярҙам иткәндәре өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
— Һеҙҙең хәстәрлегегеҙ, иғтибарығыҙ һәм балаларҙың тормошонда ҡатнашыуығыҙ ошондай юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙә ҙур роль уйнаны, — тип билдәләне Айҙар Салауат улы һәм сығарылыш класс уҡыусыларына үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарында юғары белем алыуҙарын теләне.
Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған Ирина Лисина башҡа предметтарҙы ла юғары балға тапшырған. Рус теленән 89 балл, биологиянан 93 балл йыйған, математиканы бишлегә эшләгән. Мансур Ғиниәтов белем усағын көмөш миҙалға тамамлаған. Рус теле һәм профилле математиканан 72-шәр балл алған, биологиянан 85 балл йыйған. Улар икеһе лә киләсәктә табип булырға хыяллана, документтарын медицина вуздарына тапшырғандар. Мансур менән Иринаға артабан да һынатмай, ниәт иткән һөнәрҙәренә эйә булып, районға ҡайтыуҙарын теләйек!

Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас