Мәғариф
22 Июль 2025, 04:25

Путин рәсәй уҡыусыларын донъя олимпиадаһындағы триумфы менән ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Австралияла үткән 66-сы Халыҡ-ара математика олимпиадаһында алтын һәм көмөш миҙалдар яулаған рәсәй уҡыусыларын ҡотланы. #ВладимирПутин

Путин рәсәй уҡыусыларын донъя олимпиадаһындағы триумфы менән ҡотланыПутин рәсәй уҡыусыларын донъя олимпиадаһындағы триумфы менән ҡотланы
Путин рәсәй уҡыусыларын донъя олимпиадаһындағы триумфы менән ҡотланы

"Һеҙҙе донъяның 100 иленән ҡатнашҡан уҡыусыларҙың 66-сы Халыҡ — ара математика олимпиадаһында яҡшы сығыш яһауығыҙ менән ҡотлайым", - тиелә Владимир Путиндың телеграммаһында.

     Ул Рәсәй командаһының берҙәмлеген һәм  Ватан математика мәктәбенең көслө позицияларын раҫлауын һыҙыҡ өҫтөнә алған. Путин белдереүенсә, еңеүселәрҙең уңыштарын уларҙың уҡытыусылары, тренерҙары, ата-әсәләре һәм дуҫтары уртаҡлаша.

      РФ Мәғариф Министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ярыштарҙа бер нисә уҡыусы алтын миҙал алған. Улар, Мәскәү өлкәһенән Иван Часовских (42 балл), Мәскәүҙән Дмитрий Гришко (36 балл), Санкт-Петербургтан Илья Замоторин (35 балл), Владивостоктан Василий Патрушев (35 балл) һәм Силәбенән Артем Садиҡов (35 балл). Көмөш миҙалға Силәбе ҡалаһынан Иван Кокарев лайыҡ булған. Олимпиада дистанцион форматта үткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас