

Был хаҡта Росприроднадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов хәбәр иткән. Ул Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышында еткергән. Ултырышты Роснедр етәксеһе Олег Казанов һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үткәргән. «2021 йылдан алып беҙ 1,49 миллиард һумлыҡ судтарҙа еңдек, бер нисә суд процесы әле бара. Шулай уҡ ерҙәрҙе рекультивациялау тураһында 37 дәғүә бирҙек, уларҙың 14 — е еңде», - тип һөйләгән Болотов. 2024 йылда тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт республика биләмәһендә 166 контроль-күҙәтеү сараһы үткәргән һәм 137 ҡағиҙә боҙоу осрағын асыҡлаған. 17 ер аҫты байлығын файҙаланыусының лицензияларын ваҡытынан алда туҡтатыу буйынса материалдар Роснедраға тапшырылған. Ҡайһы бер осраҡтарҙа хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә тура килде, бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылды, тигән Роман Болотов. Республика башлығы Радий Хәбиров һөйләүенсә, бөгөнгә Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға 642 федераль лицензия ғәмәлдә. Ә ер аҫты ресурстарының төрлөлөгө буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғы урында. 2021 йылда республика беренселәрҙән булып ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия булдырылған, сөнки уларҙың әүҙем эшмәкәрлеге урындағы халыҡ һәм экология өсөн юғары хәүеф тыуҙыра. "Рекультивация үткәрергә йыйынмаған ер аҫты ҡулланыусылары лицензиялары тамамланғансы аңлы рәүештә банкротлыҡҡа төшә, мөлкәтен ҡайтанан рәсмиләштерә һәм, асылда, юҡҡа сыға. Ә улар аҡтарған ерҙәр халыҡҡа ҡала, ерҙәрҙе рекультивациялау буйынса күп сарыф талап иткән эштәрҙе башҡарыу аҡсаһыҙ муниципалитеттар иңенә төшә», — тип зарланды Хәбиров. БР ведомство — ара комиссияһы ҡарарҙарының береһе - Урал аръяғы райондарында геологик өйрәнеү өсөн яңы лицензиялар биреүҙе, шул иҫәптән һибелгән алтын сығарыуҙы тулыһынса тыйыу. Мораторий 2028 йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта республика властары тыйыуҙар юлынан ғына барырға теләмәй. Бизнес һәм урындағы халыҡ мәнфәғәттәре араһында баланс табырға кәрәк, тип белдерҙе Хәбиров. Ул бөтә хәүеф-хәтәрҙе иҫәпкә алып, «лицензия участкаларын алдан яраштырыуҙың ҡабул ителгән процедураһын» эшләргә тәҡдим итә. Роснедр етәксеһе төбәк ведомство-ара комиссияһының эшен маҡтаған. Ул файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға лицензияларҙы яраштырыуҙың асыҡ процедураһын булдырыу кәрәклеге тураһындағы тәҡдимде хуплай. "Беҙгә мөрәжәғәт иткәндә күпселек осраҡта төбәктең позицияһы-айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, мәҙәни объекттар булдырыу буйынса пландар булыуы, шулай уҡ халыҡтың һаулығына хәүеф янауы иҫәпкә алына. Был осраҡта лицензия бирелмәй йәки ҡаты сикләүҙәр менән бирелә», — тине Олег Казанов. Республиканың Экология министрлығы башлығы Нияз Фазылов ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар өлөшөндә бизнесты тикшереүгә мораторийҙы бөтөрөргә тәҡдим иткән. Ошо уҡ идеяны 2024 йылдың ғинуарында Башҡортостандан Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров белдергәйне. Министрлыҡта шулай уҡ махсус рекультивация фонды булдырыу идеяһына кире күтәрелде. Ул ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың иғәнәләре иҫәбенә формалашасаҡ һәм әгәр ниндәйҙер компания үҙенән һуң боҙолған ер ҡалдырһа, уларҙы фонд аҡсаһынан тергеҙеү күҙаллана.