Мәғариф
28 Июль 2025, 10:10

Студент отрядтарының яңы ячейкалары арта

Белеүебеҙсә, 2025 йылдың башында республика башлығы указы менән Башҡортостанда студенттар отрядтарын үҫтереү буйынса ведомство-ара координация советы булдырылды. Уның маҡсаты – төбәктең студент отрядтарының эшен яңы кимәлгә күтәреү. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Студент отрядтарының яңы ячейкалары артаСтудент отрядтарының яңы ячейкалары арта
Студент отрядтарының яңы ячейкалары арта

2025 йылда республикала йәштәрҙең хеҙмәт семестрында ҡатнашыу мөмкинлеге киңәйҙе. Әгәр 2024 йылда Башҡортостанда бер генә хеҙмәт проекты ла тормошҡа ашырылмаһа, 2025 йылда ауыл хужалығында, производствола, сервиста, педагогика һәм медицинала биш йүнәлеш буйынса 45 проект старт алған. Уларҙа 2 464 кеше ҡатнаша. 2025 йылдың авгусына тағы ла ете яңы проектты тормошҡа ашырыу планлаштырыла, улар 1,1 мең ҡатнашыусыны үҙ эсенә аласаҡ. 52 проект сиктәрендә 3,5 меңдән ашыу студент эшкә урынлашасаҡ.

    Шулай уҡ, йәйге хеҙмәт семестрында башҡа төбәктәрҙә 549 студент эшләп йөрөй, тағы ла 250 кешене йыл аҙағына тиклем эшкә урынлашырға планлаштыра. Сервис йүнәлеше буйынса йыл әйләнәһенә республика предприятиеларында 1 340 кеше эшләй. Студенттарҙан тыш, хеҙмәт отрядтары составында уҡыусылар ҙа бар – хәҙер улар 800.

       Республикала бөтәһе 5,6 мең студент отрядының ағзаһы эшкә урынлаштырылған, йәйге хеҙмәт семестры аҙағына улар 7,6 мең кешегә етергә тейеш.

Сағыштырыу өсөн, былтыр улар 3 930 кеше булған. Студенттарҙың йәйге осорҙағы эш хаҡы 25-112 мең һум тәшкил итә.  

   Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса республиканың белем биреү ойошмалары базаһында студенттар отрядтарының яңы ячейкаларын булдырыу эше әүҙем алып барыла. Әгәр 2024 йыл аҙағында төбәктең юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарында 113 отряд эшләһә, хәҙер уларҙың һаны 122-гә еткән һәм  6 000 самаһы кеше тәшкил итә.

         Студент отрядтарының эшен ойоштороуға предприятиеларҙы, шулай уҡ муниципалитеттарҙы әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк, ти Башҡортостан башлығы. - Бер йыл самаһы элек беҙ студент отрядтарына ҙур иғтибар бирә башланыҡ, һөҙөмтәләр ҙә бар, – тип билдәләй Радий Хәбиров. - Балалар өсөн был аҡса эшләү мөмкинлеге генә түгел, тәү сиратта аралашыу һәм тәжрибә туплау, командала эшкә өйрәнеү.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас