Мәғариф
5 Август 2025, 02:20

Өфөлә алты һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында ремонт үтәсәк

Өфөлә, быйыл  модернизациялау программаһы сиктәрендә алты медицина ойошмаһының һигеҙ бинаһында дөйөм суммаһы 195 миллион һумлыҡ ремонт эштәре ҡаралған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өфөлә алты һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында ремонт үтәсәкӨфөлә алты һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында ремонт үтәсәк
Өфөлә алты һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында ремонт үтәсәк

Шуларҙың, мәҫәлән,  8-се ҡала клиник дауаханаһының 2-се поликлиника бүлегендә һәм ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының 2-се поликлиника бүлегендә комплекслы капиталь ремонт бара. Республика клиник наркодиспансерының өс стационарында һәм Республика клиник инфекцион дауаханаһы стационарында урыны менән капиталь ремонт эштәре ҡыҙа. Тағы ла ике бинала – 50 – се поликлиникала һәм 18-се ҡала клиник дауаханаһында-ауыр ҡорамалдар ҡуйыу өсөн биналар әҙерләнә.

Шуныла билдәләр кәрәк, модернизациялау программаһы буйынса 2025 йылда Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениелары 78 берәмек ҡорамал, 1 370 берәмек мебель һәм 427 берәмек ойоштороу техникаһы аласаҡ.

 - Медицина ойошмаларын яңыртыу ул капиталь ремонт ҡына түгел, ә табиптарҙың һәм пациенттарҙың уңайлылығына яңы ҡараш, – ти төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков.

       “Федераль программа сиктәрендә ауыл медицина учреждениеларын тәртипкә килтерәбеҙ, бер юлы алты поликлиника төҙөйбөҙ. Әммә Өфө бер программаға ла инмәне, шуға күрә беҙ республика программаһын раҫланыҡ. Ул 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән, – тип белдерҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас