Мәғариф
8 Август 2025, 03:52

В.Путин төбәктәрҙә яңы инфраструктура объекттарын асыуҙа ҡатнашҡан

10 август- Төҙөүселәр көнө билдәләнә. Ошо көн алдынан Владимир Путин видеоэлемтә аша Рәсәй федерацияһы субъекттарында яңы инфраструктура объекттарын асыуҙа ҡатнашҡан.  #ВладимирПутин

В.Путин төбәктәрҙә яңы инфраструктура объекттарын асыуҙа ҡатнашҡанВ.Путин төбәктәрҙә яңы инфраструктура объекттарын асыуҙа ҡатнашҡан
В.Путин төбәктәрҙә яңы инфраструктура объекттарын асыуҙа ҡатнашҡан

Әйтәйек, Комсомольск-на -Амуре ҡалаһында Амур йылғаһы яр буйы төҙөкләндерелгән, Пермь ҡалаһында Зоопарк төһөлгән, Брянск өлкәһендәге Брянск – Новозыбков - Унеча автомобиль юлында Унеча ҡалаһында тимер юл аша юл үткәргес сафҡа ингән, Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһында балалар баҡсаһы асылған, Ә Дағстан Республикаһының Шамхал ҡасабаһында 49 – сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлгән.

       Дәүләт Башлығы төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлаған, уның ил иҡтисады өсөн әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алған. Президент һүҙҙәренсә, 2019 йылдан Рәсәйҙә 630 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ сафҡа индерелгән, был 25 миллиондан ашыу ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек биргән. Төбәк юлдарының 55 проценты һәм ҡала юлдарының 85 проценты норматив хәлгә килтерелгән, йөҙҙәрсә күпер һәм юл үткәргестәр төҙөлгән. Донбасс һәм Новороссия территорияларын тергеҙеүгә айырыуса иғтибар бүленә, унда, ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, торлаҡ һәм инфраструктура төҙөлөшө әүҙем алып барыла, тип белдергән Владимир Путин.

      Вице-премьер Марат Хөснуллин докладынан билдәле булыуынса, ағымдағы йылдың 1 авгусына Рәсәйҙә 60 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ сафҡа индерелгән, ә йыл йомғаҡтары буйынса 100 миллион квадрат метрҙан ашыуыраҡ булырға планлаштырыла.

2030 йылға тиклем 663 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә ниәтләйҙәр, тәьмин ителеште бер кешегә 33 квадрат метрға еткереү күҙаллана. Шулай уҡ, 20 миллион рәсәйле өсөн коммуналь хеҙмәттәр сифатын яҡшыртырға мөмкинлек биргән 4,5 триллион һумлыҡ торлаҡ – коммуналь хужалыҡтарҙы модернизациялау программаһы тамамланыуға яҡынлаша. Торлаҡ төҙөлөшө граждандарҙың инвестициялары өсөн мөһим йүнәлеш булып ҡала – йыл һайын был өлкәгә 16 триллион һум самаһы аҡса һалына, тип билдәләгән Марат Хөснуллин.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас