Мәғариф
14 Август 2025, 10:40

Яңы мәктәпкә – яңы юлдар

Асҡар ауылының Көнсығыш-1 биҫтәһендә 3-сө мәктәп биләмәһен төҙөкләндереү эштәре бара. Яныбай Хамматов урамы буйлап таш түшәлде, махсус техника менән тапатылып, ныҡлап ваҡланды, ҡом алып киленде.

Яңы мәктәпкә–яңы юлдарЯңы мәктәпкә–яңы юлдар
Яңы мәктәпкә–яңы юлдар

308 метр асфальт юл төҙөү өсөн — 6 313 291,36 һум, Рамаҙан Өмөтбаев урамында 8 969 669,74 һумға 440 метр асфальт юл һалыу өсөн аҡса бүленгән. Фәттәх Ибраһимов урамында 16-сы йорттан — 34-сегә, Яныбай Хамматов урамындағы 15-се йорттан 13-сөгә, Сафа Истамғәлин урамында 17-се йорттан 35-гә тиклем арала тротуарҙар һалынасаҡ. Шулай уҡ, йәйәүлеләр юлы, хәүефһеҙ хәрәкәт өсөн тимер кәртәләр, юл тамғалары, яҡтылыҡ һәм Т7 светофорҙары ҡуйыу өсөн бағаналар ҡуйылды.

— Муниципалитет башлыҡтарына иң ябай үтенесем бар: мәктәп тирәһендәге территория тәртипкә килтерелергә тейеш. Был проектта ҡатнашырға кәрәк. Йәйәүлеләр үткәүелдәре, яҡтыртыу, ҡоймалар — барыһы ла эшләнергә тейеш. Был йүнәлештә эш дауам ителәсәк. Мәҫәлән, июль уртаһында Башҡортостан РФ мәғариф министрлығына 2025, 2026, 2027 йылдарҙа мәктәптәрҙе ремонтлауға өҫтәмә ғариза бирҙе. Был осорҙа бөтәһе 360 мәктәп бинаһын ремонтлау планлаштырыла. Бынан тыш, 2025 – 2027 йылдарға балалар баҡсаларын капиталь ремонтлауға заявка әҙерләнгән, — тине Радий Хәбиров.

2024 йылда проектты тормошҡа ашырыуға бөтәһе 1,8 миллиард һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән федераль бюджеттан 1,48 миллиард һум һәм Башҡортостан бюджетынан 282,6 миллион һум.

Азалия Әбделғазина:

— Биҫтәлә яңы мәктәп һалыныуына шатбыҙ. Улым ошоға тиклем 3 километр алыҫлығындағы Таһир Кусимов исемендәге гимназияһына мәктәп автобусы, йә булмаһа йәйәү йөрөп уҡыны. Үҙебеҙҙең биҫтәлә мәктәп асылһа, беҙҙең өйҙән мәктәпкә тиклем тротуар ҙа һалынғас, балаларға йөрөү хәүефһеҙ буласаҡ. Яҡын да, яңы ла, йөрөүгә лә уңайлы. Бик шатбыҙ, түҙемһеҙлек менән яңы уҡыу йылын көтәбеҙ.

«Республика һуңғы йылдарҙа төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте наградаһына лайыҡ булды. Иң элек, ауыл мәктәптәренә ҙур ярҙам күрһәтелде», — тип бер нисә тапҡыр белдерҙе Радий Хәбиров.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас