Мәғариф
20 Август 2025, 12:05

Мәғариф - ил үҫешенең нигеҙе

19 август Мәскәүҙә «Рәсәй» милли үҙәгендә Беренсе бөтә рәсәй педагогик съезы үтте. РФ Президенты Владимир Путин сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү хаты ебәргән.  #ВладимирПутин

Мәғариф - ил үҫешенең нигеҙеМәғариф - ил үҫешенең нигеҙе
Мәғариф - ил үҫешенең нигеҙе

     "Милли мәғариф системаһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө бурыстарын тикшереү өсөн был форумға  илебеҙҙең уҡытыусылары, ғалимдары, власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен йыйылды. Мәғариф, уның асыҡлығы һәм сифаты Рәсәй үҫешенең төп факторы, оҙайлы уңышының нигеҙе булып тора», — тиелә сәләмләү хатында. Рәсәй педагогикаһы һәр ваҡыт күп яҡлы булыуы менән айырылып тора, шуға күрә киләсәккә планлаштырыу процесында революцияға тиклемге, совет һәм заманса мәктәптең иң яҡшы традицияларын иҫәпкә алырға кәрәк, тип билдәләне дәүләт башлығы. "Ошо ныҡлы нигеҙгә таянып, төп мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк — уҡыу программаларының йөкмәткеһен яңыртыуҙан алып квалификациялы педагогтар әҙерләүгә тиклем. Һәм, әлбиттә, бөтә төбәктәрҙә лә уҡытыусыларға лайыҡлы түләү кимәлен һәм хеҙмәт шарттарын тәьмин итергә, уларҙы лайыҡлы иғтибар менән уратып алырға кәрәк», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алған Владимир Путин.

     Бөтә рәсәй педагогтар съезында илдең бар төбәктәренән 1,3 мең ҡатнашыусы булған. Унда, 2036 йылға тиклем мәғарифты үҫтереү Стратегияһы тураһында пленар сығыштар һәм дискуссиялар, мәктәптәрҙең һәм университеттарҙың иң яҡшы тәжрибәләре менән таныштырыу, шулай уҡ мәғариф тармағы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе эшләгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас