

Ул 20 сентябрҙән 4 октябргә тиклем үтәсәк. Әлеге ваҡытта бының өсөн урындар һайлап алыу буйынса эштәр алып барыла. Иң ҙур акция Октябрь районында көтөлә, унда 434 ағас һәм 532 ҡыуаҡ ултыртыласаҡ. Шулай уҡ Киров һәм Совет райондарында Ленин, Цюрупа, Чернышевский һәм Свердлов урамдары буйлап 117 ҙур йүкә ултыртыласаҡ. Көҙгөһөн Октябрь проспектында " Йәшел ҡойма” программаһы буйынса 2,3 меңдән ашыу ҡыуаҡ ултыртыу планлаштырыла.
Бынан тыш, ҡалала комплекслы төҙөкләндереүгә ярашлы, яңы аллеялар барлыҡҡа киләсәк. Алдан улар өсөн биш урын һайланған: Дим районында – Магистраль урамында, 20-се йорт янында (11 декоратив ағас һәм 85 ҡыуаҡ). Киров районы С. Кувыкин урамында өс аллея: Колонка скверы (37 ағас һәм 30 ҡыуаҡ), Чернобылсылар скверы (32 ағас һәм 35 ҡыуаҡ), Диңгеҙселәр скверы (15 ағас), Совет районындағы Октябрь проспекты,15- тә (150 шыршы һәм 325 декоратив ҡыуаҡлыҡ).