

Республикала бөтәһе 1 236 дөйөм белем биреү ойошмаһы әҙерлек баһаһын алған. 711 мәктәп «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре», «Хеҙмәт» предметтары буйынса кабинеттар өсөн яңы ҡорамалдар алған. Әйткәндәй, Башҡортостан йыһазландырылған мәктәптәр һаны буйынса илдә дүртенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Был маҡсатҡа бүленгән средстволарҙың дөйөм күләме – 203,5 миллион һум. Шулай уҡ республикала белем биреү ойошмаларын дәреслектәр менән тәьмин итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. 2025 йылда был маҡсатҡа төбәк бюджетынан 1,3 миллиард һум йүнәлтелгән. 1 сентябрҙән мәктәптәрҙә «Тыуған яҡ тарихы» тигән яңы уҡыу курсы, дәрестәрҙе берҙәм планлаштырыу һәм расписание, каникулдарҙың берҙәм даталары индерелә, шулай уҡ контроль эштәр һаны ҡыҫҡартыла.