Мәғариф
4 Сентябрь 2025, 04:04

Мәктәптәрҙе ремонтлау планы тулыһынса үтәлгән

Башҡортостан 2026 йылда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 3 миллиард һум аласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Мәктәптәрҙе ремонтлау планы тулыһынса үтәлгәнМәктәптәрҙе ремонтлау планы тулыһынса үтәлгән
Мәктәптәрҙе ремонтлау планы тулыһынса үтәлгән

Төбәктә программаны финанслауҙың ҙур өлөшө, йәғни 98 проценты федераль бюджеттан, ҡалған 2 процент - республика бюджетынан бүленәсәк.  Башҡортостан  Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һүҙҙәренсә, республика ағымдағы йылда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау планын арттырып үтәгән, шуға бәйле киләһе йылда программаны тулыһынса финанслауға иҫәп тота ала.

"Капиталь ремонт үткәрелгән объекттарҙа, атап әйткәндә өс колледжда, ике балалар баҡсаһында һәм 35 мәктәптә уҡыу процесы башланды. РФ мәғариф Министрлығы дөйөм ремонт күләменең 75 процентын үтәү бурысын ҡуйһа, беҙ уны 100 процентҡа үтәнек, һәм 1 сентябрҙә бөтә мәктәптәр ҙә эшләй башланы», — тине У. Килсенбаев.

       2022 йылда Федераль программа ғәмәлгә ингәндән алып, республиканың 181 мәктәбендә капиталь ремонт үткәрелгән. Мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын һәм колледждарҙы яңыртыуға 11 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. 2026 йылда 36 мәктәп бинаһын ремонтлау планлаштырыла, тағы ла биш мәктәптә эштәр ике йылға иҫәпләнгән. Киләһе йылда шулай уҡ алты балалар баҡсаһында һәм алты урта махсус белем биреү учреждениеһында капиталь ремонт көтөлә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас