

Буранғол урта мәктәбендә быйылғы уҡыу йылында 121 уҡыусы белем аласаҡ. Яңы уҡыу йылы менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, уның беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин, "Салауат" ЯСЙ-һы етәксеһе Таһир Бәхтегәрәев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова, райондың йәмәғәт палатаһы ағзаһы Динир Әхмәтйәнов килде. Тантаналы линейканы асыу һәм байраҡ күтәреү хоҡуғы уҡыу алдынғылары Әлмир Хөсәйенов, Сыңғыҙ Фәттәхов менән Миләүшә Шаһивәлиеваға бирелде.
Мәктәп директоры Юлай Фәхрисламов, Буранғол ауыл биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов һәм педагогик хеҙмәт ветераны Мәрйәм Сәлмәнова уҡыусыларҙы һәм педагогик коллективты белем көнө менән ҡотлап, яңы уҡыу йылында уңыштар теләне.
Байрам сараһында башланғыс кластар уҡытыусыһы Сания Моратованы хаҡлы ялға оҙаттылар. Хөрмәтле педагог балаларға белем биреүгә бар ғүмерен бағышлаған, уның хеҙмәт стажы — 41 йыл. Мәктәп директоры Юлай Фәхрисламов менән профком рәйесе Филүзә Ғилманова уға намыҫлы эше өсөн бөтә коллектив исеменән рәхмәт белдереп, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Тәжрибәле уҡытыусылар урынына алмашҡа йәштәр килә. Буранғол урта мәктәбен тамамлап, белем алып, кире ошонда эшкә ҡайтыуҙары айырыуса шатлыҡлы. Наҙгөл Хәкимова информатика уҡытыусыһы һәм мәктәптең эштәр башҡарыусыһы, Линар Усманов хоккей буйынса тренер буласаҡ.
Линейкала ҡатнашҡан хөрмәтле ҡунаҡтар, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар өсөн Буранғол уҡыусылары йырлы-моңло сәләмдәрен юлланы, дәртле бейеүҙәрен башҡарҙы. Уларға матур сәскә гөлләмәләре тапшырып ҡыуандырҙы.
Яңы уҡыу йылы башланыуын белдергән һәм тәүге дәрестәргә саҡырған ҡыңғырау шылтыратыу хоҡуғы алдынғы уҡыусылар — 11-се кластан Рәсүл Сәлмәнов менән 2-се кластан Нәзилә Байрамғоловаға бирелде.
Буранғол уҡыусыларына һәм педагогик коллективҡа яңы уҡыу йылында уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ.
Интернатты асыу сараһында тәүге һүҙҙе район башлығы Айрат Әминев алды. Ул инвестор - "Салауат" ЯСЙ-һына мәғариф учреждениеһына күрһәткән оло ярҙамы һәм ҡыҫҡа ваҡытта иҫке интернат бинаһын яңыртҡан төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районының Буранғол мәктәбе интернатында йәй башында капиталь ремонтҡа тотонғайны. Бынан тыш, эш барышында улар күләмде арттырҙы – объект эргәһендәге биләмә төҙөкләндерелде һәм интернат менән бер бинала урынлашҡан табип амбулаторияһы яңыртылды, балалар баҡсаһы өсөн төркөмдәр асылды. Ике объекттың дөйөм хаҡы 100 миллион һумдан ашты. Интернатты төҙөкләндереү эштәре 6 июндә башланып, төҙөүселәр 1 сентябргә файҙаланыуға тапшырыу өсөн тырышты. Дөйөм эш майҙаны 1100 кв. м. тәшкил итә: ике спорт залы, кухня блогы, душ, бәҙрәфтәр, торлаҡ, музей, хеҙмәт кабинеттары эшләнде. Интернат та, медицина блогы ла тулыһынса йыһазландырылған.
— Капиталь ремонт барған ваҡытта бында бер нисә тапҡыр булдыҡ, шуға элекке интернаттан стеналары ғына ҡалыуын, ҡалғаны тулыһынса яңыртылыуын ныҡлы әйтә алам. Төҙөүселәр балаларға матур һәм уңайлы йәшәү урыны булдырыу өсөн бөтә тырышлығын һалғанын үҙем күрҙем. Буранғолдар бәхетле, республика етәкселеге ярҙамы менән мәктәп автобуслы булды, бөгөн бына заманса интернатты асабыҙ, — тине Айрат Зиннәт улы.
Сарала капиталь ремонтты ваҡытында тамамлауға ҙур өлөш индергән төҙөүселәр — Азат Сафиуллин, Хәйҙәр Мәғәфүров, Ринат Тайыпов, Гөлфирә Тайыпова, Гөлназ Нәбиуллина һәм башҡаларға район хакимиәте башлығы Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев компания йәш быуын лайыҡлы шарттарҙа белем алһын өсөн көс һала һәм шуға ла уҡыу шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль проекттарға һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүлә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Биргән вәғәҙәбеҙҙе үтәнек: бөгөн интернат бында төрлө ауылдарҙан белем алыу өсөн килгән уҡыусыларға үҙ ишектәрен асты. Беҙ капиталь ремонт эштәрен башҡарып ҡына ҡалманыҡ, бөтә бинаны яңы һәм заманса ҡорамалдар, мебель менән йыһазландырҙыҡ. Быға тиклем булмаған күп функциялы кабинеттар барлыҡҡа килде, ашхана яңыртылды, биләмә төҙөкләндерелде. Хәҙер интернатта уҡыу, спорт менән шөғөлләнеү, бейеү, төрлө оҫталыҡтарға өйрәнеү өсөн бөтә шарттар бар. Беҙҙең киләсәк булған балалар тырышһындар, бар яҡтан үҫешһендәр, — тине Таһир Тимербай улы, буранғолдарҙы тәбрикләп.
Яҡташыбыҙ, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова райондаштарын иҫтәлекле ваҡиға менән ихлас ҡотланы. Ул республика етәкселеге һәм депутаттар корпусы исеменән сәләмләне.
— Республикала мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы алты йылда йөҙҙән ашыу мәғариф учреждениеһы яңыртылды, шул иҫәптән 48 мәктәп, быйылғы уҡыу йылында 35 белем усағына яңы һулыш индерелде. Шулар араһында район үҙәгендә мәктәп төҙөлә, Буранғол мәктәбенең интернаты файҙаланыуға тапшырыла, — тине Ҡоролтай депутаты Р. Кәримова. — Интернат — ул балаларҙың йәшәү урыны ғына түгел, ата-әсәләрҙең күңел тыныслығы ла. Хәҙер улар балаларының йылы, матур мөхиттә көн үткәрәсәгенә, өшөмәйәсәгенә ныҡлы ышана. Лайыҡлы шарттарҙа, тәрбиәселәр тарафынан хәстәрлек менән уратып алынған балалар сифатлы белем алыу өсөн тырышыр тип уйлайым. Сөнки Буранғол районда ғына түгел, республикала үҙенең күренекле шәхестәре менән дан тотҡан ауыл. Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән Мәүҙиға Ғәбитова, сәхнәбеҙҙең “Салауаты” Әхтәм Әбүшахманов, йәш актерҙар Шәһитулла Хамматов, Рәмзил Сәлмәнов, йырсы Дамир Тайыпов тап ошонда уҡыған. Йәш быуын да улар кеүек билдәле кешеләр булыр, ҙур уңыштарға өлгәшерҙәр тип ышанам.
Буранғол мәктәбе директоры Юлай Фәхрисламов педагогик коллектив һәм ата-әсәләр исеменән рәхмәт әйтте. “Мөғжизәгә ышанмай торғайным, бер йәй эсендә үҙгәргән интернат бинаһына ҡарап ышандым”, — тине Юлай Әсғәт улы.
Ауыл халҡы исеменән сығыш яһаған хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Хәҙисә Хилалова ҡыуанысын йәшермәне.
— Ошондай бүләк өсөн "Салауат" ЯСЙ-һына рәхмәт, бигерәк тә ата-әсәләр ҡыуана. 40 йыл элек төҙөлгән был бина һыуыҡ ине, уны беҙ һәм ошонда йәшәгән балалар яҡшы белә. Быйма кейеп йөрөргә мәжбүр булдыҡ.Әхмәт Моратов менән Сибәғәт Килдейәров ҙур бинаны йылытыу өсөн күпме көс һалғанын да онотмайбыҙ, — тине Хәҙисә Рәйес ҡыҙы. — Бөгөн иҫке интернатты танырлыҡ түгел. Шулай уҡ табип амбулаторияһы яңырҙы, балалар баҡсаһына ла бында урын табылды. Хәҙер клубты ғына йүнәтергә ҡалды.
"Салауат" ЯСЙ-һы интернат менән бер бинала урынлашҡан дөйөм табип офисын да йүнәтте. Һәм ул да ремонттан һуң файҙаланыуға тапшырылды. Райондың баш табибы урынбаҫары Гөлфиә Синебрюхова яңырған медицина учреждениеһы өсөн “Салауат” ЯСЙ-һына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
— Дөйөм практика табибы офисы Буранғол, Һәйетҡол, Ишкилде, Исхаҡ, Мәйгәште, Шәрип, Хәмит ауылдарында йәшәүсе 2478 кешене хеҙмәтләндерә, шуларҙың 528-е балалар. Әлеге ваҡытта бында участка педиатры Юлиә Махийәнова, акушерка Гөлсөм Баязитова һәм шәфҡәт туташы Гөлйөҙөм Сабитова эшләй. Өлкәндәр участка терапевты Рәүиә Фәсхетдиноваға беркетелгән, — тине Гөлфиә Фәнил ҡыҙы. — “Салауат” ЯСЙ-һы етәкселегенә бик кәрәкле ремонт башҡарғаны һәм медицина ҡорамалдары менән тәьмин иткәне өсөн өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Хәҙер ауыл халҡы квалификациялы медицина ярҙамын санитар нормаларға яуап биргән уңайлы шарттарҙа аласаҡ. Йәш белгестәр ҙә яңы медицина учреждениеһына эшкә килер тигән ышаныс белдерәм. Әлеге ваҡытта Мәйгәште һәм Ишкилде ФАП-тары ремонтҡа мохтаж, уларҙы йүнәтеү мөмкинлеге табылһа, бик шат булыр инек.
Сығыштарҙан һуң ҡыҙыл таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы Таһир Бәхтегәрәевҡа, Айрат Әминевҡа һәм Юлай Фәхрисламовҡа бирелде. Тантанала ҡатнашҡан һәр кем танығыһыҙ булып яңырған интернатты ҡарарға ашыҡты. Яҡты, матур бүлмәләр, бөтә уңайлыҡтар, яңы йыһаздар — бында йәшәйәсәк уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең шатлығы сикһеҙ ине. Улар өр-яңы карауаттар, шкаф, ултырғыс, өҫтәл ҡуйылған, тәҙрәләренә матур ҡорған-селтәрҙәр эленгән бүлмәләргә урынлаша башланы. Шәрип ауылынан Диләфрүз Хәйретдинованың улы Хаммат менән ҡыҙы Динә интернатта йәшәйәсәк. Әсәләренең шатлығы йөҙөнә сыҡҡан, ул йылмая-көлә балалары менән һөйләшеп, сумкаларҙан кейемдәрен шкафтарға ҡуя, түшәк кәрәк-яраҡтарын карауатҡа йәйә ине.
«Салауат» ЯСЙ-һы тәүге көндәрҙән үк үҙен социаль яуаплы предприятие булыуын белдерҙе. Һәләтле уҡыусылар өсөн "Ғилем" олимпиадаһы ойоштороу, Ҡыҙыл йылғаһы ярҙарын таҙартыу буйынса экоакциялар уҙғарыу һәм Йәлембәт ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап аллея булдырыу ошоға дәлил. Бынан тыш, район һабантуйында бағымсылыҡ иттеләр. Йәй аҙағында «Ирәндек» лагерында предприятие финанслаған заманса спорт майҙансығы асылды. Компания үҙенең ғәмәлдәре менән халыҡ алдындағы вәғәҙәләрен үтәүен иҫбатлай. «Салауат» компанияһы район биләмәһендә рәсми теркәлде. Хәҙер һалымдар район һәм республика ҡаҙнаһына йүнәлтеләсәк. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлгәндән һуң компания Әбйәлил районы бюджетына йылына 250-шәр миллион һум түләйәсәк, ә бөтә һалым түләүҙәре 26 миллиард һум тирәһе тәшкил итәсәк.
— Йәйге каникул ваҡытында интерантта ремонт барғанын белдек. Әммә бөгөн килгәс, шул тиклем ғәжәпләндек. Иҫке, ҡотһоҙ бүлмәләр, элекке йыһаздан бер нәмә ҡалмаған. Шул тиклем яҡты, матур. Ҡышҡыһын һыуыҡ булғас, өҫтәп ҡалын юрғандар, ярамаһа ла йылытҡыстар алып килдек, үтә өрөп торған тәҙрәләрҙе ҡат-ҡат йәбештереп маташтыҡ. Шулай булһа ла, бүлмәләр йылынманы, балалар йыш ауырыны. Шөкөр, барыһы ла артта ҡалды, хәҙер рәхәтләнеп йәшәйәсәктәр, ә беҙ борсолмаясаҡбыҙ. Рәхмәт инде, карауаттар яңы, бер иш кенә, хатта түшәк кәрәк-яраҡтары лә әҙер бит әле, — ти Диләфрүз.
Рәсих Абдрахманов та Шәриптән, өс балаһы интернатта йәшәйәсәк. Ул ҡатыны менән игеҙәктәр Сыңғыҙхан менән Таңсулпанды 8-се класҡа, ҡыҙҙары Нәргизәне 7-се класҡа алып килгән. Ҡыҙҙар икеһе бер бүлмәлә урынлашҡан. Карауаттары йәнәш кенә. Туғандарҙы бергә һалыуҙары ла яҡшы. Улар бергә йәшәйәсәк, бер-береһен хәстәрләйәсәк. Ата-әсә мәктәп етәкселегенә, балаларын хәстәрләгән тәрбиәселәргә рәхмәтле.
— Мин апайым менән бергә урынлаштым. Яңы бүлмә бик оҡшай. Элек һыуыҡ ине, өшөй торғайныҡ, көндөҙ ҙә ныҡ кейенеп ултырҙыҡ. Төнөн өшөп уяна инек, — ти Нәргизә Абдрахманова. — Спорт залдары бик шәп, хатта ҙур көҙгөлө бейеү залы бар. Мәктәпкә яңы автобус бирелгән, ялдарҙа Шәрипкә ҡайтҡанда боҙола тип ҡурҡмаясаҡбыҙ.
Мәктәп уҡыусылары һәм интернатта йәшәүселәр туҡланған ашхана яңырған, яңы өҫтәл-ултырғыстар, шкафтар ҡуйылған. Икмәк ҡырҡыу ҡорамалы, духовкалар, плитәләр, һауыт-һаба бөтәһе лә яңырған. Өлкән ашнаҡсы Миңсара Ғүмәрова мәктәп уҡыусылары өсөн ашарға бешерә. Ашнаҡсы Гөлдәр Йәһүҙина менән уның ярҙамсыһы Альбина Усманова интернатта йәшәгән балаларҙы көнөнә өс тапҡыр ашата.
Хеҙмәт дәрестәре уҙасаҡ кабинеттарҙа ҡыҙҙар өсөн теген машиналары, бешерергә өйрәнеү өсөн плитә, башҡа кәрәк-яраҡ ҡуйылған, малайҙарға төрлө станоктар, эш ҡорамалдары бар. Музей, бейеү бүлмәһе, спорт залдарына ҡала уҡыусылары көнләшерлек. Яҡшы сифатлы материалдарҙан эшләнгән йыһаз балаларға оҙаҡ хеҙмәт итәсәк. Шундай шәп шарттар өсөн ата-әсәләр йәмғиәт етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
Интернатта Шәрип, Мәйгәште, Үтәгән, Рысҡужа ауылдарынан 29 бала йәшәйәсәк. Хатта әллә ҡайҙағы Юлдаш ауылынан Ирек Аҡмырҙин улы Альбертты бишенсе класҡа алып килгән. Алыҫ бит, ниңә был яҡты һайланығыҙ тип һорамайса булдырманым.
— Бында интернат ремонтланыуы хаҡында белеү менән улыбыҙҙы Буранғол мәктәбенә күсерергә булдыҡ. Ул Юлдаш мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡыны, артабан 5-се класҡа Гусев мәктәбенә барыу өсөн көн дә иртән автобус менән йөрөргә кәрәк. Беренсенән, һыуыҡтарҙа өшөп йөрөмәһен, икенсенән бында спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнһен өсөн бында килергә хәл иттек. Ауылда ундай мөмкинлек булмаясаҡ. Мин үҙем дә интернатта ятып уҡыным, шуға ата-әсә ҡанаты аҫтынан сығып, үҙаллылыҡҡа өйрәнеү ҙә тик файҙаға булыр тип уйлайым. Улым риза, ул спорт менән шөғөлләнә, бында бөтә шарттар булыуы оҡшаны. Ялдарҙа килеп алып ҡайтып йөрөйәсәкмен. Бүлмәләр уңайлы, иркен. Бик шәп, — тине хәстәрлекле атай.
Шулай уҡ интернатта балалар баҡсаһы төркөмө өсөн дә бүлмәләр эшләнеүе кескәй буранғолдар өсөн ҙур шатлыҡ булды. Бында ла өр-яңы йыһаздар, сантехника ҡуйылған. Баҡсаның элекке мөдире, өс бала әсәһе Нурия Мөхитдинова иҫкеһендә бер ниндәй шарттар булмауы, һыуҙы ташырға тура килеүе хаҡында һөйләп, айырма ер менән күк араһындай тине.
— Яңы балалар баҡсаһы шул тиклем матур, сағыу. Төрлө төҫтәрҙәге бәләкәй өҫтәл-ултырғыстар, карауаттар барыһы ла яңы. Бөтә уңайлыҡтар бар, бик уйланып эшләнгән. Улдарым ҡыуанып бында йөрөйәсәктәр, — ти күп балалы әсәй.
Дөйөм практика табибы офисында ла шәп үҙгәрештәр. Яңы заманса кабинеттар, кәрәкле медицина ҡорамалдары алынған. 35 йылдан ашыу эшләгән акушер Гөлсөм Баязитова менән шәфҡәт туташы Гөлйөҙөм Сабитова бөгөнгө эш шарттарынан бик ҡәнәғәт. Өр-яңы медицина учреждениеһына ингән ололар ҙа үҙ күҙҙәренә ышанманы. Ап-аҡ, яҡты бүлмәләрҙә яңы йыһаз, кәрәк-яраҡ урынлаштырылған. Көндөҙ килеп дауаланыу өсөн ике урынлыҡ палата, процедура бүлмәләре бар.
Буранғолдар бер йәй эсендә яңырған интернатлы, медицина учреждениелы һәм балалар баҡсалы булды.
Райондың йәмәғәт палатаһы ағзаһы Динир Әхмәтйәнов:
— Интернатты ремонтлаған ваҡытта бер нисә тапҡыр килдем. Төҙөүселәр бригадаһы үҙ эштәренә бик яуаплы ҡарап эшләне. Профессионалдар икәнлеге күренде. Шуның өсөн ремонт сифаты буйынса һүҙ әйтерлек түгел. Ҡышҡыһын килеп ҡарап китәсәкмен, моғайын йылы булыр тип ышанам. Компанияның үҙ һүҙен эш менән иҫбатлауы бик яҡшы. Буранғол халҡының ҡыуанысын уртаҡлашам. Ә “Салауат” ЯСЙ-һына район мәнфәғәтен, йәш быуынды хәстәрләгәне өсөн рәхмәт.
Буранғол урта мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Наилә Ғибәҙәтова:
— Бөгөн беҙҙең уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булды. Мәктәп интернаты капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Балалар өсөн бөтә яҡлап та уңайлыҡтар булдырылған. Киләсәктә уҡыусыларыбыҙ артып, интернатыбыҙ гөрләп эшләп торһон тигән теләктә ҡалам.
Динара САФИУЛЛИНА.