Мәғариф
17 Сентябрь 2025, 11:58

«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны

Бөгөн Таһир Кусимов исемендәге гимназияла  «Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» илһөйәрлек марафоны сиктәрендә республиканың ил именлеге һағындағы хәрби подразделениелары байраҡтарын ҡабул итеү тантанаһы үтте.

«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны
«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны

  Рәсәйҙә Ватан һаҡсылары һәм Башҡортостанда Махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү йылы сиктәрендә республиканың ил именлеге һағындағы хәрби подразделениелары байраҡтары республиканың һәр муниципалитетына барып етеп, 9 декабрь - Ватан Геройҙары көнөндә, баш ҡалабыҙ Өфөгә ҡайтарыласаҡ. Баймаҡтар эстафетаны Әбйәлил районына тапшырҙы. Сарала Т. Кусимов исемендәге гимназияның уҡыусылары һәм саҡырылған ҡунаҡтар Йәнгел һәм Сиҙәм урта мәктәбенән юнармеецтар кластары ҡатнашты.

Районда  илһөйәрлек марафоны сиктәрендә хәрби-патриотик саралар үтәсәк.

«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны
«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны
«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны
«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны
«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны
«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны
Автор:Гульсина Султанова
Читайте нас