Мәғариф
3 Октябрь 2025, 02:20

Колледждарҙа бюджет урындары һаны ике меңгә артҡан

Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, быйылғы уҡыу йылында 92 урта һөнәри белем биреү ойошмаһында 24 299 бюджет урыны бүленгән, йәки уларҙың һаны ике меңгә артҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Колледждарҙа бюджет урындары һаны ике меңгә артҡанКолледждарҙа бюджет урындары һаны ике меңгә артҡан
Колледждарҙа бюджет урындары һаны ике меңгә артҡан

Машиналар эшләү тармағында – 1 500 урын, һаулыҡ һаҡлауҙа - 250, ИТ йүнәлештә – 100, энергетикала – 50, химия тармағында – 50, пилотһыҙ авиация системалары тармағында – 50 урын өҫтәлгән.

Тәүсиратта колледждарға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 43 кеше һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең 1 137 балаһы ҡабул ителгән.

Дәүләт колледждарында бюджет урындары булмаған һөнәрҙәргә уҡырға теләгән балалар өсөн уҡыу хаҡын ҡаплауға сертификаттар ҡаралған. Бындай дәүләт ярҙамы сараһынан 691 кеше файҙаланған.  Ә дәүләткә ҡарамаған колледж студенттары өсөн уҡыуға түләгән сумманы ҡаплау өсөн компенсация бирелә – семестр өсөн 30 мең һум йәки уҡыу йылы өсөн 60 мең һум ҡаралған.

Әлегә, төбәктәге 26 колледжда 680 вакантлы бюджет урыны бар һәм улар 25 ноябренә тиклем документтар ҡабул итеүен дауам итәсәк. Был сентябрҙә ҡабаттан төп дәүләт имтиханын тапшырған туғыҙынсы класты тамамлаусыларға урта һөнәри белем биреү программалары буйынса уҡырға инергә мөмкинлек бирәсәк. Был уҡыу йорттары башлыса ауыл ерендә урынлашҡан.

       “Республикала туғыҙынсы синыфты тамамлаусыларҙың 60 проценттан ашыуы колледждарға уҡырға бара. Был бик яҡшы һөҙөмтә. Бында бер нисә сәбәп бар,  урта махсус уҡыу йорттарында белем биреүҙең юғары сифаты яҡшы, әүҙем йәштәребеҙ ҙә талап ителгән һөнәрҙәрҙе тиҙерәк алыу мөмкинлеге бар,” – ти республика Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас