

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Штукатур» йүнәлеше буйынса инклюзив уҡытыу ҡаралған. Уҡыу практикаһы өсөн бында оҫтаханалар йыһазландырылған, «төҙөлөш производствоһының сифатын баһалау һәм экспертиза», «Электромонтаж» компетенциялары буйынса «Профессионалдар» Бөтә Рәсәй чемпионатының төбәк этабын үткәреү майҙансыҡтары эшләй.
Колледждың төп корпусы 50 йылдан ашыу элек төҙөлгән һәм ул капиталь ремонтҡа мохтаж.
Сентябрҙә студенттарҙың үҙидара лидерҙары менән осрашыу барышында колледж уҡыусыһы Илнар Хәсәнов Радий Хәбировҡа уҡыу йортоноң спорт майҙансығын тәртипкә килтереүҙе һорап мөрәжәғәт иткәйне. Төбәк етәксеһе килергә һәм уның хәлен ҡарарға вәғәҙә бирҙе.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы уҡыу кабинеттарын, оҫтаханаларҙы ҡараған һәм 2027 йылға уҡыу йортон модернизациялауҙы, шул иҫәптән спорт майҙансығын яңыртыуҙы планға индерергә ҡушҡан.