Мәғариф
30 Октябрь 2025, 02:40

Республика клиник дауаханаһы яңы ҡорамалдар алған

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауалау учреждениеһында заманса автоматик трек системаһын, йәғни лаборатория процесының бөтә этаптарын берләштергән беренсе комплекслы линия индерелгән.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Республика клиник дауаханаһы яңы ҡорамалдар алғанРеспублика клиник дауаханаһы яңы ҡорамалдар алған
Республика клиник дауаханаһы яңы ҡорамалдар алған

Яңы комплекстың тәүлегенә 10 меңгә тиклем анализ эшкәртә ала. 2024 йыл менән сағыштырғанда уларҙың күләме 7,4 процентҡа артҡан. Система тикшеренеүҙәрҙе башҡарыу ваҡытын 40 процентҡа ҡыҫҡартырға һәм штатты арттырмайынса етештереүсәнлекте арттырырға мөмкинлек биргән.  Тулыһынса автоматлаштырылған производство биоматериалды ҡабул итеүҙе, уны сорттарға айырыуҙы, сифатын баһалауҙы һәм лаборанттар ҡатнашлығынан тыш анализаторға тапшырыуҙы күҙ уңында тота. Был шулай уҡ анализ һөҙөмтәләренең сифатын, ваҡытында һәм ышаныслылығын арттырған.

       Мәҫәлән, ҡанды тикшереү ҡатмарлы ауырыуҙарҙы иртә стадияла бер нисә сәғәт эсендә асыҡларға мөмкинлек бирә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас