

Компания был мөрәжәғәткә яуап итеп, ашығыс рәүештә аҙна дауамында ярҙам күрһәтте, бөтә кәрәк-яраҡтар һатып алынды. Хәҙер бөтә уҡыусыларҙың да уңайлы йоҡо урындары, шулай уҡ дәрес әҙерләү, ял итеү өсөн мөмкинлеге бар.
«Мәғарифҡа һәм үҫеп килгән йәш быуындың именлегенә һалынған саралар — илебеҙҙең киләсәгенә инвестициялар ул. Беҙ быға ышанабыҙ. Компания һәр балаға тиң мөмкинлектәр булдырыусы мөһим социаль инициативаларға булышлыҡ итеүҙе дауам итә. Балалар тураһында хәстәрлек — көслө һәм алға китеүсе йәмғиәт нигеҙе», — тип билдәләй «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәев.
Әйткәндәй, быға ҡәҙәр компания сараларына үрҙә һүҙ алып барылған интернатҡа капиталь ремонт башҡарылды. Объектты өр-яңынан үҙгәртеп-ҡороуға 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде.
Заманса ҡорамалдар һәм инвентарҙәр менән йыһазландырылған интернат 1 сентябргә өлгөртөлдө. Унда күп функциялы кабинеттар, ашхана барлыҡҡа килде, биләмә төҙөкләндерелде.
Г. ФӘТХУЛЛИНА.