Мәғариф
7 Ноябрь 2025, 11:49

Төҙөлөш тамамланыуға бара

Май сүлмәге тышынан билдәле, ти халыҡ. Асҡарҙағы буласаҡ полилингваль мәктәптең тышҡы күренеше күркәм, дөйөм һыҙаттары мөһабәт булып күҙгә ташлана ла инде. Эстән дә ул иҫ киткес зауыҡлы, уңайлы, күп функциялы һәм бай инфраструктуралы булмаҡсы. Беҙҙең хәбәрсе «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» төбәк проекты буйынса төҙөлөш барған «Хазина» полилингваль мәктәбендә булып, бөгөнгө эштәр барышы менән танышты.

Төҙөлөш тамамланыуға бараТөҙөлөш тамамланыуға бара
Төҙөлөш тамамланыуға бара

Гәзиттең үткән һанында ағымдағы уҡыу йылынан ишектәрен асҡан полилингваль белем усағының структур бүлексәһе булған балалар баҡсаһының эшмәкәрлеге тураһында яҙып сыҡҡайныҡ. Баҡса менән бергә аҙыҡ-түлек блогы ла файҙаланыуға тапшырылды. Белем усағының директоры В. С. Абсаҙыева буласаҡ мәктәп менән таныштырыуҙы юҡҡа ғына ошо блоктан башламаны. Ул уҡыусыларҙы ла йылы аш менән тәьмин итәсәк. Әлбиттә, мәктәп асылыуға хеҙмәткәрҙәр штаты ла арттырыласаҡ. Аҙыҡ-түлек блогы технологик процестарҙың эҙмә-эҙлеклеге күҙәтелгән бер нисә цехтан һәм һаҡлау, һыуытыу, йыуыу бүлмәләренән тора. Эҫе цехтан тура ишек мәктәп ашханаһының таратыу линияһына илтә. Ашхана ҙур — 320 урынға иҫәпләнгән. Уҡытыусылар өсөн дә ашап алыу өсөн айырым бүлмә ҡаралған. «Ниһайәт, юғарыла уҡытыусыларҙың тауышын ишеттеләр!» — тип ҡыуана Вәсилә Сәғит ҡыҙы. Төҙөлөш проекты буйынса 640 урынлыҡ мәктәптә ике оҙон тәнәфестә бөтә уҡыусылар ҙа ашап өлгөрәсәк. «Был план буйынса. Ә ғәмәлдә иһә, яҡынса иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, ике биҫтәнән бер меңдән ашыу уҡыусы киләсәк, — тип дауам итә директор мәсьәләнең ашханалағы урындарға ғына түгел, ә класс бүлмәләренең етмәүенә лә бороп. — Башланғыс кластар тотош блокты биләйәсәк. Ул мәктәптең айырым инеү урыны булған өс ҡатлы бер ҡанатында урынлаша. Блок 13 класс-комплекттан тора. Ә уҡыусылар һаны буйынса 16 класс туплана. Һәр класҡа 30-шар бала бүлеп, был ситуацияны хәл итәсәкбеҙ. Уҡыу бүлмәләре ҙур, иркен».

Р. Ф. Хәбиров, Башҡортостан Башлығы: «Тәүге полилингваль мәктәптәрҙе беҙ 2019 йылда астыҡ. Һәм уҡыусыларҙың өлгәше был тәжрибәнең уңышлы булыуын дәлилләй. Был эште дауам итәсәкбеҙ. Башҡортостанда полилингваль белем биреүҙе үҫтереү программаһы 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән».

Урта һәм өлкән кластар бинаның дүрт ҡатлы төп өлөшөндә уҡыясаҡ. Полилингваль белем усаҡтарына ҡуйылған талаптарға ярашлы һәр ҡат айырым бер төҫтә һәм сағыу булырға тейеш. Бында коридорҙарҙа тыныс һоро төҫ өҫтөнлөк итә, ә сағыулыҡҡа уңышлы дизайн алымы — кабинеттарға ингән ишектәрҙең ситен уратып буяу юлы менән өлгәшкәндәр. Бик матур, зауыҡлы килеп сыҡҡан. Мәктәп заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Лингафон, техник һәм тәбиғи дисциплиналарҙы уҡытыу өсөн лабораторияһы менән физика, информатика, химия, биология кабинеттары буласаҡ. Вәсилә Сәғит ҡыҙы технология дәрестәре уҙасаҡ оҫтаханалар тураһында айырым ғорурлыҡ менән һөйләне. Ҡыҙҙар өсөн тейешле ҡорамалдар ҡуйылған теген, аш-һыу кабинеттары буласаҡ. Әйткәндәй, теген машиналары, оверлоктар мәктәпкә ҡабул ителгән дә инде. Малайҙар өсөн оҫтахана ла әҙер тиерлек. Директор мәктәп буйлап экскурсияла алып йөрөгәнендә уны күрһәтмәй ҡалманы. Оҫтаханаға мәктәптән дә, урам яҡтан да инергә була. Беҙ тышҡы ишектән индек һәм көҙгө һалҡын еүеш һауанан һуң, тәү сиратта, бындағы йылылыҡҡа иғтибар иттем. ФГОС талаптарына һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, заманса столяр верстактары, төрлө станоктар килтерелгән дә инде.

В. С. Абсаҙыева:
— Полилингваль мәктәп — ул уҡытыу бер нисә телдә алып барылған заманса белем усағы. Ҡағиҙә булараҡ, һәр дәрестә уҡыусылар мәғлүмәттең 10 процентын — инглиз, 30 процентын — башҡорт һәм 60 процентын рус телдәрендә алырға тейеш. Шулай уҡ башҡа сит телдәрҙе өйрәнергә теләүселәр өсөн дә мөмкинлектәр асыласаҡ. Әлеге ваҡытта полилингваль мәктәпкә эшкә ғариза биреүселәр араһында испан, төрөк һәм ғәрәп телдәре буйынса уҡытыусылар ҙа бар. Күп телдәр аша фәндәргә юл ярыу киләсәктә сығарылыш уҡыусыларына ҙур юлдар асасаҡ. Урта кластарҙан йүнәлешле уҡытыу башлана. 10-11-се кластарҙа профилле уҡытыу программалары ҡараласаҡ.

Экскурсия барышында бинала тышҡа сыҡҡан ишектәрҙең күп булыуын аңғармай ҡалманым. Был янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә ярашлы тип аңлатты директор. Башланғыс класс уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре үҙ мөхиттәренә айырым ишектәрҙән үтһә (улар хәүефһеҙлек маҡсатында ҡыңғырау төймәһе менән йыһазландырылған, туп-тура баҫып инеп китермен тимә!), төп биналағы төп инеү урыны һаҡ хеҙмәткәре күҙәтеүе аҫтында буласаҡ. Беренсе ҡатта сисенеү урындары бүленә башлаған.
Спорт залы районда иң ҙуры буласаҡ. Оҙонлоғо — 38, киңлеге 17,5 метр тәшкил иткән залда бер үк ваҡытта параллель рәүештә өс класҡа физкультура дәресен үткәреү мөмкин буласаҡ. Бейеклеге буйынса ла зал бик мөһабәт — 17 метр! Спорт блогында ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым сисенеү, душ бүлмәләре ҡаралған. Мәктәп ихатаһында иһә тотош комплекстан торған спорт зонаһы булдырылған. «Ҡар яуғансы тыштағы эштәрҙе тамамлап өлгөрттөк», — ти Вәсилә Сәғит ҡыҙы резина япма түшәлгән спорт, воркаут һәм уйын майҙандарын күрһәтеп. Йүгереү юлы уратып алған стадиондың уртаһында буласаҡ футбол майҙанына газон сәселәсәк. Баскетбол майҙаны бейек 3D-сетка менән кәртәләп алынған. Киләһе майҙан ГТО ҡорамалдары, тренажерҙар менән йыһазландырылған. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн айырым спорт һәм уйын майҙансығы ҡоролған.
Яңы мәктәп тағы ла бер яңы үҙенсәлеге — музыка блогы менән айырыласаҡ. Ул үҙенең майҙаны йәһәтенән Асҡарҙағы балалар сәнғәт мәктәбенән күпкә ҙурыраҡ. Һәләтле балалар өсөн үҙ сәхнәһе, хореография залы, уҡыу бүлмәләре булған ижади мөхит. Тамаша залы 347 ултырғысҡа иҫәпләнгән. Сағыштырыу өсөн миҫал: район мәҙәниәт йортонда 280 урын. Мәктәпкә 6 һанлы фортепиано (уларҙың икәүһе балалар баҡсаһына), балалайка, домра кеүек башҡа инструменттар килтерелгән һәм музыка ҡорамалдары менән тәьмин ителеш бының менән генә сикләнмәйәсәк.
Төҙөлөш менән бергә мәктәп биләмәһен төҙөкләндереү эштәре лә алып барыла. Биләмә 3D-сетка менән уратып кәртәләнгән. Йәшелләндереүгә килгәндә, газон сәселәсәк. Балалар баҡсаһы яғына «Салауат» ЯСЙ-һы бүләк иткән гортензияларҙы ултыртҡандар. Яҙ-йәй һайын сәскә үҫтерәбеҙ тип көс түкмәйәсәктәр. Яңы мәктәптә яңыса буласаҡ.
Уҡыусыларҙы мәктәпкә йөрөтөүҙә алты автобус хеҙмәтләндерәсәк. Быйыл республика август кәңәшмәһендә иң күп мәктәп автобустары Әбйәлил районына бүленеп, уларҙың 5-әүһе (!) яңы полилингваль мәктәпкә бирелде. Балаларҙың мәктәп юлының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ла бик күп маҡсатлы эштәр башҡарыла. Тротуарҙар һалынған, светофорҙар урынлаштырылған. Мәктәп асылыуға С. Истамғәлин һәм Ф. Ибраһимов урамдары буйлап бер яҡлы ғына транспорт хәрәкәте тәртибе урынлаштырыласаҡ, тейешле юл билдәләре ҡуйыласаҡ.
Полилингваль мәктәп — ул уҡытыу бер нисә телдә алып барылған заманса белем усағы. В. С. Абсаҙыева менән ошо хаҡта ла бер аҙ фекер алыштыҡ. Ҡағиҙә булараҡ, һәр дәрестә уҡыусылар мәғлүмәттең 10 процентын — инглиз, 30 процентын — башҡорт һәм 60 процентын рус телдәрендә алырға тейеш. Шулай уҡ башҡа сит телдәрҙе өйрәнергә теләүселәр өсөн дә мөмкинлектәр асыласаҡ. Әлеге ваҡытта полилингваль мәктәпкә эшкә ғариза биреүселәр араһында испан, төрөк һәм ғәрәп телдәре буйынса уҡытыусылар ҙа бар, ти Вәсилә Сәғит ҡыҙы. Күп телдәр аша фәндәргә юл ярыу киләсәктә сығарылыш уҡыусыларына ҙур юлдар асасаҡ. Урта кластарҙан йүнәлешле уҡытыу башлана. 10-11-се кластарҙа профилле уҡытыу программалары ҡараласаҡ.
Ғөмүмән, заманса ҡорамалдар, яңы технологиялар менән йыһазландырылған, ижад итеү, күп яҡлы үҫешеү өсөн шарттар тыуҙырылған мәктәптә белем биреү процесын юғары сифатлы итеп ойоштороу мөмкинлектәре ҙур. Төҙөлөш ахырына бара һәм күбенә түҙгәндең аҙына түҙергә ҡала. Шуныһы мәғлүм: тиҙҙән ул балалар тауышына туласаҡ һәм был күңелле шау-гөр кискә тиклем тынмаясаҡ. Көндөң беренсе яртыһында уҡыусылар уҡыһа, икенсеһендә спорт, музыка, бейеү буйынса өҫтәмә дәрестәр уҙғарыласаҡ, төрлө түңәрәктәр эшләйәсәк.

Төҙөлөш тамамланыуға бара
Төҙөлөш тамамланыуға бара
Төҙөлөш тамамланыуға бара
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас