

Мәктәп директоры Елена Ғилманова 2021 йылда спорт залы авария хәлендә тип, шул ваҡыттан алып ябылыуы хаҡында һөйләне. Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иткәндәр, әммә мәсьәлә хәл ителмәй. Директор әйтеүенсә, 50 миллион һумлыҡ смета эшләнгән, әммә хаҡтар үҙгәреү сәбәпле, дөйөм сумманың артыуы мөмкин.
Ер аҫты һыуҙары мәктәп нигеҙен йыуа һәм бынан стеналар яйлап ултыра, - тип аңлатты проблеманы директор.
Физкультура уҡытыусыһы Юлай Вәлиуллин аңлатыуынса, хәҙер ул дәрестәрҙе йә тренажер залында, уны мәктәптең инициативалы бюджетлау конкурсында еңеп алғандар, йә мәктәп коридорында үткәрергә мәжбүрҙәр. Әммә уҡыусылар менән волейбол йәки баскетбол кеүек спорт төрҙәре менән шөғөлләнеп булмай.
Радий Хәбиров был мәсьәләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙинға контролгә алыуҙы һораны.
“Бәлки, һеҙ ниндәйҙер башҡа вариант тәҡдим итерһегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте республика Башлығы. - Эргәлә бәлки модуль спортзалы төҙөү яҡшыраҡтыр, ул шул уҡ хаҡҡа торасаҡ,”- тигән тәҡдим индерҙе Радий Хабиров.