

“Йәштәр һәм балалар” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, вуз-ара кампус резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университетының Архитектура-төҙөлөш институты студенттары XII халыҡ-ара архитектура һүрәте конкурсында ҡатнашҡан.
Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 11 студент юғары уҡыу йортон лайыҡлы күрһәтеүгә өлгәшкән. Бер эш гран-приға лайыҡ булған, туғыҙ эш – 1-се һәм бер эш 2-се урынға сыҡҡан.
Конкурс Томск дәүләт архитектура-төҙөлөш университетында үтә. Унда Екатеринбург, Минск, Санкт-Петербург, Ҡазан, Силәбе, Дондағы Ростов, Әстрхан һәм башҡа ҡалаларҙан 314 студент ҡатнашҡан. Улар халыҡ-ара жюри хөкөмөнә 360 эш тәҡдим иткән. Номинацияларҙың береһендә V курс студенты Валерия Лапинаның эше гран-приға лайыҡ булған. Айгөл Ғиләжева, Анастасия Каратаева, Алһыу Ғәлина, Дилиә Ғәлиәхмәтова, Родион Грачев, Петр Карев, Айһылыу Сабирова, Амалия Фазлетдинова һәм Алиса Нафиҡова беренсе урын яулаған. Елизавета Антюхова ла яҡшы һөҙөмтә күрһәткән – 2-се урын алған.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-11-21/bulasa-arhitektor-ar-u-ysh-a-andy-4476897