Мәғариф
24 Ноябрь 2025, 07:05

Уҡырға ҡайҙа барырға?

Бер нисә айҙан һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ. 2026 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың үҙенсәлектәре ниндәй? Киләсәктә ниндәй уҡыу йортон һайларға? Документтарҙы ҡайҙа һәм нисек дөрөҫ тапшырырға? Бюджет урындарына кем иҫәп тота ала?

Бер нисә айҙан һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ. 2026 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың үҙенсәлектәре ниндәй? Киләсәктә ниндәй уҡыу йортон һайларға? Документтарҙы ҡайҙа һәм нисек дөрөҫ тапшырырға? Бюджет урында-рына кем иҫәп тота ала? Үрҙә әйтелгән һорауҙарға яуаптар тап район мәҙәниәт йортонда сығарылыш уҡыусылары өсөн үткәрелгән «Уңышҡа юл» профориентация сараһында яңғыраны.

Сара урындағы Беренселәр хәрәкәте һәм мәғариф бүлеге тарафынан тап ун беренселәр өсөн «Профэкспедиция» проекты сиктәрендә ойошторолдо. Уларҙы мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Хәкимов сәләмләне һәм уҡыусыларҙы дөрөҫ юл, кәрәкле һөнәр һайларға саҡырҙы, уңышлы эш көнө теләне.
Республиканың иң шәп юғары уҡыу йорттарынан килгән белгестәр сығарылыш уҡыусыларына үҙҙәренең ВУЗ-дары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ә мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге начальнигы Айгөл Байрамғолова БДИ-нын тапшырыуҙың нескәлектәре тураһында һөйләне.
— Йылдан-йыл  имтиханды 100 балға тапшырыусы уҡыусылар күбәйә бара. Сағыштырып ҡына әйткәндә, республика буйынса 2018 йылда 58 уҡыусы булһа, 2025 йылда 155 уҡыусы төрлө фәндәрҙән БДИ-нын 100 балға тапшырған. Был сығарылыш уҡыусыларының имтихандарға ентекле әҙерләнеүе, уҡытыусыларҙың шәкерттәренә юғары белем биреүе хаҡында һөйләй, — тине Айгөл Фәтих ҡыҙы. — Шуныһы үкенесле: юғары балдарға тапшырған күп абитуриенттар сит өлкәләргә уҡырға китә. Мәҫәлән, уҙған уҡыу йылының һөҙөмтәләре буйынса 111 уҡыусы сит өлкәләрҙең уҡыу йорттарын һайлаған. Ә үҙебеҙҙең республикала ҡалған студенттар өсөн 150 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған премия булдырылған, быйыл уны 2 студент алып ҡыуанды.
2015 йылдан быйылғы йылға тиклем беҙҙең райондан 6 уҡыусы имтихандарҙы 100 балға тапшырған. Мәҫәлән, уҙған уҡыу йылында Ишҡол һәм Күсем руднигы мәктәбе уҡыусылары химия фәненән үҙҙәрен белемле тип күрһәткән. Юғары балдарға тапшырыусы уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға иһә Башҡортостан Башлығы Указы менән бер тапҡыр бирелә торған премия тапшырыла. 
Айгөл Фәтих ҡыҙы әйтеүенсә, БДИ-нын тапшырғанда күп уҡыусылар география һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән ҡыйынлыҡ кисерә. Тап ошо ике фәндән тейешле балды йыя алмағанға күрә, күптәр өлгөргәнлек аттестатынан ҡолаҡ ҡаға. 
Быйылғы уҡыу йылында республикала 16129 сығарылыш уҡыусыһы иҫәпләнә, ә республиканың төрлө уҡыу йорттарында 16642 кешелек бюджет урындары бар. Был бөтә сығарылыш уҡыусыларының да бюджет өлкәһендә уҡырға мөмкинселеге бар тигән һүҙ.
«Телселәрҙең бөтәһе лә телсе булып бөтмәй, юрист һәм иҡтисадсы һөнәрен үҙләштергәндәрҙең барыһы ла уңышлы хеҙмәткәрҙәр түгел. Ҡыҙыҡһыныуығыҙ бар икән, бөгөн юғары һорау менән талап ителгән техник һөнәрҙәргә иғтибар итегеҙ. Шулай ҙа һуңғы фекер һәм һығымта — үҙегеҙҙән. Дөрөҫ юлды һайлағыҙ, үкенмәҫһегеҙ, сөнки донъя баҙарында күп осраҡта престиж тигән һүҙ түгел, талап ителгән һәм һорау менән ҡулланылған һөнәр өҫтөнөрәк һанала. Ниндәй һөнәр эйәһе булыуығыҙға ҡарап, имтихандарҙы ла дөрөҫ итеп һайлай белегеҙ», — тине А. Байрамғолова.
Артабан Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәре Петр Пономарев һүҙ алды. Ул йәштәрҙе экстремистик һәм террористик төркөмдәргә йәлеп итеүгә ҡаршы тороу, шулай уҡ интернет селтәрендәге мутлашыусылар тоҙағы тураһында һөйләне. 
Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның профориентация үҙәге директоры Фиданис Тимерханов, Өфө фән һәм технологиялар университетының өлкән уҡытыусыһы Тимур Мостафин, ошо уҡ уҡыу йортоноң Сибай ҡалаһы филиалы доценты, енәйәт һәм гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы мөдире Дияз Ишназаров, ҡабул итеү комиссияһының яуаплы хеҙмәткәре Рафиҡ Байғотлин үҙҙәренең уҡыу йорттарының факультеттары менән таныштырып үтте. 
Бөтә уҡыу йорттарында ла белем алыу, фән менән шөғөлләнеү, һәләтеңде бар яҡлап асыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Матди-техник база йылдан-йыл үҫешә, нығына. Ятаҡтарҙа йәшәү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар.  Һәр бер ятаҡта: үҙ аллы шөғөлләнеү, ял итеү, кер йыуыу, үтекләү, шәхси әйберҙәрҙе һаҡлау бүлмәләре ҡаралған. Әйткәндәй, уҡыу йорттары студенттарға белем биреү менән генә сикләнеп ҡалмай, ә уларҙың һәләтен үҫтереү, өҫтәмә һөнәр биреү, төрлө сарала әүҙем ҡатнашыу өсөн шарттар булдыра. 
Уҡыуҙа тырышлыҡ күрһәткән, ғилми-ижади тикшереүҙәрҙә, спорт ярыштарында ҡатнашҡан, уҡыу йортоноң мәҙәни, ижади тормошонда әүҙем студенттарға социаль матди ярҙам да күрһәтелә. Улар төрлө төрҙәге стипендия, түләү, матди ярҙам, БР Башлығы, РФ Президенты стипендияларын алыу хоҡуғына эйә.
Уҡыусылар республиканың төрлө юғары уҡыу йорттарынан килгән белгестәр, уҡытыусылар менән аралашты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды. 
Г. ҠУСҠАРОВА.

Читайте нас