Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2025, 15:38

Төп хазина — балалар

Сентябрҙән район үҙәгенең «Көнсығыш-1» биҫтәһендә «Хазина» балалар баҡсаһы эшләй башланы.

Төп хазина — балалар
Төп хазина — балалар

Баҡса 160 урынға иҫәпләнгән. Бында йылы, яҡты һәм барыһы ла заманса, өр-яңы. Ата-әсәләрҙең ғаризалары нигеҙендә 161 бала баҡсаға ҡабул ителгән. Бөтәһе һигеҙ төркөм. Шуларҙың берәүһе компенсациялаусы тип атала һәм ул сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле бәләкәстәргә тәғәйенләнгән. Бындай төркөм районда башҡа бер ерҙә лә юҡ. Әле «Йылмайыу» төркөмөнә ун бала йөрөй. Улар менән махсус белгестәр — педагог-дефектолог, педагог-психолог, тьютор эшләй, тәрбиәселәрҙең дә эш йөкләмәһе ҙур. Ҡалған төркөмдәр традицион баҡсаларҙағыса: балаларҙың йәше буйынса иң кескәйҙәрҙән башлап мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнә тиклем.

Радий Хәбиров: “Ауыр ваҡыттарға ҡарамаҫтан, халҡыбыҙға бирелгән һүҙҙә торорға тырышабыҙ. Республикабыҙҙы бөгөн мәғариф системаһын, уның инфраструктураһын үҫтереү буйынса төбәк-флагман булараҡ билдәләнеләр. Был беҙҙең яҡтан комплекслы, системалы эш алып барылыуы хаҡында һөйләй”.

Педагогик состав 19 хеҙмәткәрҙән тора. Тәрбиәселәр һәм үрҙә әйтеп үтелгән белгестәрҙән тыш тағы ла физкультура буйынса инструктор менән ике музыка етәксеһе эшләй. Махсус белемгә эйә логопед талап ителә. Техник персоналды хужалыҡ эштәре буйынса мөдир, тәрбиәсе ярҙамсылары, дүрт ашнаҡсы, өс коридор йыйыштырыусы, кер йыуыусы, ҡарауылсы, урам һепереүсе һәм төрлө эштәр башҡарыусы берләштерә.
Балалар баҡсаһының төркөм бүлмәләре сағыу төҫтәргә мансылған, ҙур тәҙрәләрҙән ҡояш нурҙары һибелә. Балалар илендә шулай булырға тейештер ҙә. Йыһаздар, кәрәк-яраҡ — үҙ урынында. Жалюзи, балаҫ, һауыт-һабалар менән район хакимиәте тәьмин иткән. Йоҡо бүлмәләре һауаны зарарһыҙландырыусы рециркуляторҙар менән йыһазландырылған. Өлкән төркөмдәрҙә ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн санузел бүлмәләре айырым эшләнгән.
Баҫҡыс майҙансыҡтарының, коридорҙарҙың биҙәлеше зауыҡлы һәм үҙенсәлекле генә түгел, аң-белем кимәлен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе лә. Полилингваль белем усағы икәнлеге һәр тупһала өс телдә тәржемәһе бирелгән яҙыуҙарҙан уҡ күренә. Әйтәйек, төҫтәр, һандар, ҡылымдар башҡортса, русса һәм инглизсә яҙылған. Коридорҙарҙағы тематик стендтар беренсе ҡатта Рәсәйгә бағышланһа, өҫкө ҡатта Башҡортостанға бәйле.
Баҡса методик яҡтан иҫ киткес бай. Был йәһәттән дә «Хазина»лар район хакимиәтенә рәхмәтле: баҡса асылыу айҡанлы бүләк яһап, 470 мең һумға «Эдвис» уҡыу-методик үҙәгендә нәшер ителгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн методик ҡулланмалар һәм уҡыу әҙәбиәте менән тәьмин иткәндәр. Тәрбиәселәргә рәхәтләнеп эшләргә генә ҡала.

Айрат Әминев, район башлығы: – Был уҡыу йылы яңы мөмкинлектәр һәм яңыртылған инфраструктура менән башланды. Белем көнөндә полилингваль күп профилле мәктәп эргәһендәге “Хазина” яңы балалар баҡсаһы асылды, капиталь ремонттан һуң тулыһынса яңыртылған “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы эшләй башланы, “Салауат” ЯСЙ-һы ярҙамында реконструкцияланған Буранғол интернаты балаларҙы ҡабул итте. Үҫеп килеүсе быуын хаҡында хәстәрлек күреү – райондың киләсәгенә иң яҡшы инвестиция!

— Полилингваль балалар баҡсаһы — ул полилингваль белем биреү мөхите булдырылған мәктәпкәсә учреждение. Бында балаларға туған телен һәм минимум рәүешендә берәй сит телде өйрәтеү өсөн шарттар тыуҙырылырға тейеш. Беҙҙә төп тел — башҡорт теле. «Хазина»ла дүрт башҡорт төркөмө эшләп килә. Башҡорт теленән телмәр үҫтереү дәрестәре хатта рус төркөмдәрендә лә алып барыла. Традицион балалар баҡсаларынан айырмалы, өҫтәмә уҡыу программалары ҡаралған. Улар — башҡорт теле, һынлы сәнғәт, мәктәпкә әҙерлек һәм инглиз теле. Инглиз телен кескәйҙәр урта төркөмдәрҙән башлап ҡыҙыҡһынып өйрәнә, — тип һөйләй полилингваль белем усағы директоры В. С. Абсаҙыева.
Кескәйҙәрҙең көндәре төрлө шөғөл-дәрестәр, уйындар менән файҙалы уҙа. Тышта саф һауала уйнау сәләмәтлектәрен нығытыуға булышлыҡ итә. Биләмәлә һәр төркөмдөң айырым уйын майҙансығы бар. Улар балалар өсөн заманса хәүефһеҙ архитектур формалар — бәүелсәктәр, тауҙар, үрмәләү өсөн стенкалар, ҡомлоҡтар, беседкалар менән йыһазландырылған, йомшаҡ резина япма түшәлгән. Баҡсала изгелек, сәләмәт йәшәү рәүеше тематик аҙналыҡтары бик дәррәү һәм ойошҡанлы уҙған. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ мөнәсәбәттәр күпере һалынып килә. Быға асыҡ ишектәр көнө, «Атай, әсәй, мин — спортсы ғаилә» конкурсы, МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштороу, иртәлектәргә саҡырыу кеүек дөйөм саралар ыңғай йоғонто яһаған.
«Хазина» балалар баҡсаһы базаһында күптән түгел остазлыҡ мәктәбе буйынса район семинары үткән. Төрлө балалар баҡсаларынан педагогтар һөнәри юҫыҡта хеҙмәт юлын башлаусы тәрбиәселәр алдында бай тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан. Хеҙмәткәрҙәр араһында үҙ-ара эшлекле бәйләнештәр булдырыу шулай уҡ бик ҙур ҡиммәткә эйә, ти Вәсилә Сәғит ҡыҙы.

Төп хазина — балалар
Төп хазина — балалар
Автор: Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас