Хәҙерге заманда ҡәйнә менән килендең бер урында эшләүе һәм бер йортта донъя көтөүе – ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә һәм һирәк күренеш тә. Әммә халҡыбыҙ йолаһына ярашлы, иң кесе улдың үҙ ғаиләһе менән атай йортонда йәшәргә тейешлеге тап бына ошоноң менән бәйле булыуы һәр кемгә аңлашыла… Гусев урта мәктәбендә бөгөн шундай ҡәйнәләр һәм килендәр хеҙмәт итә: Гөлсинә һәм Гөлсибәр Кәримовалар, Рита һәм Лилиә Ғәлиналар. Уларҙы нимә берләштерә, өй эштәрен нисек бүләләр, ҡәйнә һәм килен мөнәсәбәттәре эштә һәм өй эсендә нисек сағыла? Мәҡәләм улар хаҡында.
Әле үҙҙәре йәш килендәр кеүек өҙҙөрә баҫып йөрөгән Гөлсинә Кәримова һәм Рита Ғәлина менән бер коллективта эшләү бәхете тейҙе. Икеһе лә төп предметтарҙан белем бирҙе, Гусев мәктәбенә бөтә ғүмерен бағышлаған мөғәлиммәләр улар. Уларҙың килендәре Лилиә һәм Гөлсибәр менән дә танышып осраштыҡ. Ә хәҙер һәр ғаиләләге ҡәйнә-килен мөнәсәбәттәренә айырым туҡталайыҡ.
“Ҡәйнә булыу серҙәренә өләсәйемдән өйрәндем”
-Иптәшем дә, мин дә ғаиләлә баш балалар булғас, үҙемә ҡәйнә менән йәшәргә тура килмәне. Айырым торһаҡ та ҡәйнәм менән мөнәсәбәттәребеҙ йылы булды, утыҙ йылдан ашыу ҡатышып йәшәнек. Ә бына ниндәй ҡәйнә булыр кәрәклеген мин өләсәйемдән өйрәндем. Беҙ өләсәй менән йәшәнек, ә әсәйем иһә 30 йылдан ашыу ҡәйнә менән донъя көттө. Әсәйем менән өләсәйем бар эште лә кәңәшләшеп эшләнеләр, гөрләтеп йәшәнеләр. Өләсәйемдең үҙҙәренең ҡыҙҙары булмағас, килендәрен ҡыҙҙары кеүек күрҙе. Миндә лә ике малай булғас, килендәремде ҡыҙҙар кеүек ҡабул иттем. Серҙәребеҙ ҙә, эштәребеҙ ҙә уртаҡ, - тип һүҙ башланы Гөлсинә Арслан ҡыҙы.
Сығышы менән Рысҡужа ауылы ҡыҙы Гөлсинә 1981 йылға тиклем Амангилде мәктәбендә белем ала. Магнитогорск дәүләт педагогия институның физика-математика бүлеген тамамлағас та, Хәмит ауылына эшкә ебәрелә. Ошо уҡ йылдарҙа кейәүгә сыға һәм бер-бер артлы Илнур һәм Мансур исемле улдары тыуа. 1990 йылда йәш ғаилә Гусев ауылына күсеп килә һәм Гөлсинә Арслан ҡыҙы урындағы мәктәптә балаларға белем бирә башлай.
-Мәғариф өлкәһендә эшләгән йылдарым ҡырҡ йыл булһа, шуның 36 йылын класс етәксеһе булараҡ эшләгәнмен һәм бер-бер артлы 5 класты сығарғанмын. Бөгөн дә мин 10-сы класс етәксеһемен, - тип һөйләй Гөлсинә Арслан ҡыҙы.
Ябай ғына йәш уҡытыусынан ул юғары категориялы уҡытыусыға тиклем үрләгән, 20 йыл мәктәптең профсоюз комитеты рәйесе булып эшләгән. Юғары категориялы уҡытыусының хеҙмәт йылдарындағы уҡыусыларының уңыштары ла тос. Физика, астрономия һәм математика фәндәренән 15 уҡыусыһы төрлө кимәлдәге олимпиада еңеүселәре булһа, 3 уҡыусыһы фәнни-ғәмәли конференцияларҙың призерҙары. Хеҙмәте төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙары, күкрәк билдәләре менән бүләкләнгән. Иң юғарыһы - Рәсәй мәғариф министрлығының Почет грамотаһы.
Уҡытыусы бөгөн дә сафта. Оҙаҡ ауырығандан һуң, 2018-се йылда тормош иптәшен юғалта, әммә бәләкәй улының ғаиләһенең таянысы, ейән-ейәнсәрҙең һөйөүе, кескәйҙәрҙең мажаралы хәлдәре Гөлсинә Арслан ҡыҙын ҡайғынан йолоп ала.
-Үҙем Әүнәш ауылы ҡыҙымын. Ғаилә сәбәптәре буйынса Красная Башкирия ауылына күсеп киттек. Магнитогорск дәүләт техник университетенда тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерҙем. 2016-сы йылда Гусевҡа килен булып төштөм, Мансур менән бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйбеҙ. Шул йылдан алып ҡәйнә менән бергә донъя көтәбеҙ, - тип артабан бәйән итте Гөлсибәр Кәримова.
Йәш килен әйтеүенсә, улар өйҙә булмағанда йәиһә килен кеше мәктәптә булған сағында, балалар тулыһынса өләсәй ҡарамағында. Уларҙы балалар баҡсаһына алып барыу, алып ҡайтыу, хәҙер инде мәктәпкә алып барыу, алып ҡайтыу менән дә ул шөғөлләнә икән. Улар ҡайһы бер эштәрҙе бүлешеп тә эшләй. Мәҫәлән, көндәлек аш-һыуҙы өлкән хужабикә әҙерләһә, ҡунаҡҡа табын әҙерләгәндә салаттар һәм ҡабымлыҡтар килен иңенә төшә, ә бишбармаҡ әҙерләү - ҡәйнә кешенең бурысы. Йорт, ихатаны таҙалыҡта тотоу килен кешегә йөкмәтелгән.
Эштә лә, өйҙә лә гел бергә булған ҡәйнә-килендең мәктәп буйынса мәшәҡәттәре лә бер иш. Иртәнге көнгә дәрес планы әҙерләү, дәфтәр тикшереү, курстар үтеү, онлайн-платформаларҙа эшләү, электрон көндәлектә уҡыусыларға баһалар ҡуйыу – заман талабы. Сер түгел, оло быуын уҡытыусылары өсөн компьютер эше ауырға тура килә, был йәһәттән йәштәр алдынғы ҡарашлы. Ҡәйнә кешенең дә мәктәпкә ҡағылған бөтә эшен килене башҡара, документтарын барлаша, аңламаған ерен өйрәтә, күрһәтә.
Мәктәптә эш булмау сәбәпле, урындағы ауыл китапханаһында бер аҙ эшләп ала Гөлсибәр. Бөгөн ул урындағы белем усағында тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын тарта. Гөлсибәр Рим ҡыҙы әле өсөнсө йыл мәғариф өлкәһендә эшләй. 9 кластың класс етәксеһе, шулай уҡ үҙенең һөнәре буйынса балаларға белем дә биреп өлгөрә.
“Ҡәйнәңдең ниндәй сифаттары оҡшай?” тигән һорау бирҙем Гөлсибәргә.
- Беҙ бер ғаиләлә ике киленбеҙ, ҡәйнәнән уңдым тип һанайым. Ул бер ваҡытта ла беҙҙе айырып ҡарамай, һәр беребеҙҙе тигеҙ күрә. Шулай уҡ ғәҙел, аҡыллы, сабыр булыуы һоҡландыра. Тормоштоң төрлө мәлдәре була, ул гел төплө кәңәштәр бирә, бер ҡасан да ситкә типкәне юҡ. Эштә лә ул минең ныҡлы терәгем, - тине ул ихлас йылмайып.
Гөлсинә Арслан ҡыҙы иһә ғаиләлә етәксе булараҡ килеп сыҡҡан хәлдәрҙе көйләп ебәреүсе, етмәгән ерен еткереүсе, юҡты бар итеүсе лә. Ул буш ваҡытында ҡул эштәре менән булырға ярата, ошо шөғөлдәрен килененә лә өйрәтә. Һалма йәйеү, ҡырҡыу, бишбармаҡ әҙерләү, талҡан эшләү кеүек боронғо аш-һыу әҙерләү серҙәре менән бүлешә, быуындар бәйләнешен нығытырға, ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып донъя көтөргә кәңәш итә.
Килен кешенең ҡәйнәгә ярап йәшәү-йәшәмәүе тураһында ифрат йыш һүҙ йөрөтәбеҙ. Ә ҡәйнәнең килененә ярап йәшәүе мөмкинме? “Әлбиттә мөмкин!” тип әйтер инем мин шунда уҡ. Аҡыллы, яҡшы күңелле ҡәйнә, иң беренсе сиратта, улының йәш ғаиләһендә татыулыҡ, тыныслыҡ хөкөм һөрөүен теләй бит. Шуға күрә, үҙенең ҡәйнәлеген бер урынға йәшереңкерәп, улының хәләл ефетен үҙ ҡыҙы һымаҡ итеп күрергә тырыша бындай ҡәйнәләр. Бәғзеләре килененең әхирәте, хатта серҙәше лә булып китә! “Алтын ҡәйнәләр” тип әйтер инем мин улар хаҡында. Был турала Гөлсинә Арслан ҡыҙы бына нимәләр һөйләне:
-Киленде йәмғиәттә ҡәйнә кеше ниндәй итеп күрһәтә, уға ла баһа шундай буласаҡ. Күрше-күләнгә, ауылдаштарға киленеңдең тик яҡшы яҡтарын һөйләп, маҡтап торһаң, уның да халыҡ араһында абруйы була. Үҙем дә уның минең турала насарлап һөйләп йөрөгәнен йә үҙемә ҡаршы әйткәнен ишеткәнем юҡ, шулайтып көңгөр-ҡаңғыр талғын ғына итеп ун йылға яҡын бергә донъя көтәбеҙ. Киленем өйрәткәндә өйрәнергә тырышып тора, эштә лә, өйҙә лә өлгөр. Кесеһенә кеселекле, ололарҙы хөрмәт итә белә, туғандарға һәр ваҡыт сырайы асыҡ. Ошо сифаттары менән һоҡланам, хатта ҡайһы берҙә уға ҡарап, үҙем дә киләсәккә һабаҡ алам.
“Эштә лә, өйҙә лә өйрәтеп торған ҡәйнәм бар!”
Гусев урта мәктәбендә икеһе лә рус теленән балаларға белем серҙәрен сискән, 19 йыл бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер итеүсе киләһе ҡәйнә менән килен – Рита һәм Лилиә Ғәлиналар.
Юлдаш ауылына килен булып төшкән Рита Самат ҡыҙы Сибай ҡалаһында донъяға килә. Бала сағы Баймаҡ райоынының Төркмән ауылында уҙа. Бәләкәйҙән китаптар, гәзит-журналдар уҡырға ярата, тап ошо шөғөлө уны филология юлынан алып китә. Магнитогорск дәүләт педагогия институтының әҙәбиәт факультетын тамамлай һәм 1986-сы йылда яҙмыш елдәре уны Әбйәлилгә ташлай, Ғаяз исемле егет менән сәстәре-сәскә бәйләнә. Йәш ғаиләнең бер-бер артлы Урал һәм Регина исемле балалары тыуа.
1988-се йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Рита Самат ҡыҙы арымай-талмай хеҙмәт итә. Тел уҡытыусыһының эшен аңлап тораһығыҙҙыр: 37 йыл эшләү дәүерендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ дәфтәрҙәр тикшереү, хаталар өҫтөндә эштәр башҡарыу, инша, изложениелар яҙырға өйрәтеү, унан килеп һуңғы йылдарҙа рус теленән йыл да тиерлек төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләү. Һәр бер уҡыусыны ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алырлыҡ итеп, теләгән еренә уҡырға инә алғандай итеп әҙерләү еңелдән түгел. Был йәһәттән Рита Самат ҡыҙының уҡыусылары имтихандарҙы һәр саҡ юғары балдарға тапшыра, шәкерттәре төрлө кимәлдәге конкурстар һәм олимпиада еңеүселәре. Намыҫлы хеҙмәте район, республика тарафынан төрлө премиялар һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.
Юғары категориялы уҡытыусының белемле булыуы, һәр уҡыусы менән шәхсән рәүештә тырышып эшләүе тураһында күптәр хәбәрҙар. Әйткәндәй, уның ҡыҙы Регина ла уҡытыусы һөнәрен һайлаған, ул Өфө ҡалаһында уҡыта. Булдыҡлы әсәй, ҡәйнә киленен дә, ҡыҙын да методик яҡтан өйрәтә, уҡытыусылыҡтың бар серҙәрен уларға асырға тырыша. Ғәлиндар ғаиләһендә мәктәп өлкәһендәге барлыҡ эштәр килешеп, кәңәшләшеп башҡарыла.
- Киленемдең ҡара тырыш булыуы өйҙә лә, эштә лә күренә. Кискеһен һәр дәрескә ентекле әҙерләнә, һәр бер күнегеүҙе эшләп ҡарай, темаларҙы яңынан иҫкә төшөрөп, барлап сыға. Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыр өсөн төрлө ижади күнегеүҙәр уйлап табырға ғына тора, - ти Лилиә хаҡында ҡәйнә кеше.
Рита Самат ҡыҙы әйтеүенсә, документация эштәрен барлауҙа, яҙыу-һыҙыуҙа, дистанцион уҡыуҙар ваҡытында килене уның уң ҡулы.
- Инде 16 йыл самаһы ҡайным һәм ҡәйнәм менән бергә йәшәйбеҙ. Балалар үҫкәндә ярҙамы ҙур булды ҡәйнәмдең, бер уйһыҙ уға ҡалдыра ла китә инек. Өләсәйҙәр бала ҡарарға тейеш, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, шулай ҙа бәләкәстәрҙең өләсәй һәм олатай тәрбиәһе алып үҫеүе яҡшы, шөкөр, улар ярҙамы менән аҡыллы, белемле ҡыҙҙар үҫтереп киләбеҙ. Эшкә лә өйрәнделәр, иркәләнделәр. Өлкәнебеҙ Гусев мәктәбен көмөш миҙалға тамамлап, Өфө дәүләт медицина университетында белм ала, кесеһе 4-се класта уҡып йөрөй, - тип бәйән итте Лилиә Рәис ҡыҙы. - Уҡытыу эшен башлап китеүе бик ауыр булманы, эштә лә, өйҙә лә өйрәтеп торған ҡәйнәм бар. Эш буйынса ниндәй генә һорауҙар килеп сыҡмаһын уға мөрәжәғәт итәм, хатта тәнәфес ваҡытында ла барып һораған ваҡыттар була. Ул миңә методик яҡтан ныҡ ярҙам итә.
Улдар, ғәҙәттә, кәләштәрҙе әсәләренә оҡшатып һайлай тиҙәр. Был йәһәттән Рита Самат ҡыҙының улы Урал әсәһенә оҡшатып кәләште тел уҡытыусыһынан ғына түгел, хатта тыуып-үҫкән еренә тиклем оҡшатып һайлаған. Лилиә Рәис ҡыҙы ла Баймаҡ яғынан. Ишбирҙе ауылында тыуып-үҫеп, 2003 йылда Баймаҡ лицей-интернатын, һуңынан Сибай институтының педагогия факультетын тамамлай. 2007 йылда кейәүгә сыға. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы ҡурсаҡтай ҡыҙҙар тыуа. Мәктәптә эш булмау сәбәпле, төрлө өлкәлә эшләргә тура килә Лилиә Рәис ҡыҙына. Һуңғы йылдарҙа урындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе, аҙаҡ инде мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт итә башлай.
Ғәлиндар ғаиләһендә ҡәйнә-килен араһында өй эштәрен бүлеп эшләү традицияһы юҡ. Килен кеше әйтеүенсә кемдең ҡасан ваҡыты була, тота ла эшләй.
-Киленемдең һәр эшкә яуаплы ҡарауы, ҡара тырыш булыуы оҡшай. Һәр кемгә иғтибарлы, олоһон дә, кесеһен дә хөрмәт итә белә, юморға ла бай. Ҡул эштәренә лә маһир, фантазияһы иһә ташып тора. Киленем оҫта бешерә, аш-һыу йүнәтеү менән күберәк ул булыша, - тип һөйләне килене тураһында Рита Самат ҡыҙы.
Ысынлап та, Лилиә Рәис ҡыҙы төрлө тәм-томдар бешереүҙә оҫта, һуңғы өс йыл эсендә ул ял, байрам көндәрендә төрлө банкеттарға, аяттарға тәмлекәстәр бешереү буйынса заказдар ҙа ала. Сәскәләр үҫтерергә лә ярата.
Урал һәм Лилиә Ғәлиндар Гусев ауылының яңы урамдарының береһенә йорт та һалған. Тиҙҙән улар яңы йортта өй туйлаясаҡ. Ә шулай ҙа ике тиҫтәгә яҡын бер-береһенә ел-ямғыр тейҙермәй йәшәгән ҡәйнә менән килендең татыулығына һоҡланырлыҡ, уларҙың дуҫлыҡтары артабан да шулай барһын, яҡындарын йылыға сорнаһын.
Килендәрҙең, ҡәйнәләрҙең күңел көндәлеген саҡ ҡына яптым да, уйға ҡалдым...Ә бит тормошта бергә йәшәй алмаған, килешә алмағандар ҙа бар! Бер ҡыйыҡ аҫтында ғына түгел, ә аралары йыраҡ булған ҡәйнә-килендәр араһында ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар күп. Үҙенең улын "донъя тотҡаһы" тип һанап, килененә өҫтән генә ҡараусы, аҙым һайын ниндәйҙер берәй етешһеҙлеген таба һалып, уға саманан артыҡ күрһәтмәләр биреүсе ҡәйнәләр ҙә юҡ түгел. Шулай уҡ ҡәйнәләрен һанға һуҡмаусы, “үҙебеҙсә генә йәшәйбеҙ, беҙгә ҡыҫтырылмағыҙ” тигән килендәр менән дә донъя тулған. Нишләйһең, был тормош, һәр кешенең холоҡ-фиғеле үҙенсә. Ҡәйнәләр менән килендәр үҙ-ара һыйышмаған ғаиләләр менән сағыштырып ҡарағанда, был күркәм ғаиләләр өсөн һөйөнөп ҡуйҙым. Килендәр, ҡәйнәләр өсөн генә түгел, ә әсәйҙәрҙең улдары өсөн дә! Килен-ҡәйнә татыулығы өйҙө йылыта, балаларҙы ихтирам, хөрмәткә өйрәтә, быуындар сылбырын нығыта. Һәм Кәримовтар, Ғәлиндар ғаиләһендә шундай йылы мөнәсәбәт артабан да дауам итһен, ҡәйнәләрен ҡәҙер иткән килендәрҙең киләсәге матур булһын!