Мәғариф
18 Февраля , 06:08

Һигеҙ яңы белем биреү-производство кластеры булдырыла

2026 йылда Башҡортостанда колледждар базаһында һигеҙ яңы белем биреү-производство кластеры булдырыласаҡ. Уларҙың дөйөм һаны 27-гә тиклем артасаҡ.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Һигеҙ яңы белем биреү-производство кластеры булдырылаҺигеҙ яңы белем биреү-производство кластеры булдырыла
Һигеҙ яңы белем биреү-производство кластеры булдырыла

«Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыу 2022 йылдан алып 19 колледжды яңыртырға, уларҙа заманса уҡыу кабинеттары һәм лабораториялар булдырырға, эш биреүселәрҙе белем биреү процесына йәлеп итергә мөмкинлек биргән.

Кластер үҙәге-яңыртылған колледж. Төп эш биреүсенең туранан-тура ҡатнашлығында унда белем биреү программаларының йөкмәткеһе яңыра, структураһы формалаша, уҡыу комплекстары булдырыла, ә предприятие хеҙмәткәрҙәрен уҡытыусылар һәм производствоға өйрәтеү мастерҙары сифатында йәлеп итәләр.

2022 йылдан кластерҙар төҙөүгә Башҡортостан 2,4 миллиард һум федераль аҡса йәлеп иткән. Булдырылған белем биреү үҙәктәре һаны буйынса төбәк илдә беренсе урынды биләй.

Бынан тыш, Рәсәй ауыл хужалығы Министрлығының конкурсында һайлап алыу йомғаҡтары буйынса Николай Сибирцев исемендәге Аксенов агросәнәғәт колледжы һәм Зекерия Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы модернизациялауға 285 миллион һумдан ашыу федераль субсидия аласаҡ.

Шуны ла билдәләр кәрәк, урта профессионал уҡыу системаһына ҡыҙыҡһыныу арта бара. Әгәр 2022 йылда республикала туғыҙынсы класс уҡыусыларының 59 процентын колледждар һайлаһа, хәҙер ул 66 процентҡа еткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас