Мәғариф
6 Март , 05:05

«Хазина» ишектәрен асты

Асҡарҙа 2022 йылдың декабрендә башланғыс алған полилингваль күп профилле мәктәп төҙөлөшө тамамланып, белем усағы файҙаланыуға тапшырылды.

Теүәл ярты йыл элек ике этапҡа бүленгән төҙөлөштөң тәүге сираты тамамланып, 1 сентябрҙә 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы кескәйҙәргә ишектәрен асҡайны, хәҙер иһә 640 балаға иҫәпләнгән дүрт ҡатлы мәктәп уҡыусыларҙы ҡабул итте. Уны асыу тантанаһында уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, район етәкселәре, педагогик хеҙмәт ветерандары, мәғариф ойошмалары директорҙары һәм башҡалар ҡатнашты. 

Республика Башлығы ҡотланы
Район мәғарифы тарихындағы ҙур ҡыуаныслы ваҡиға менән Республика Хөкүмәтендә лә уртаҡ-лаштылар.  Аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында видеобәйләнеш режимында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы белем биреү учреждениеһы асылыу айҡанлы ҡотланы һәм уның эшенә старт бирҙе. 
— Был республикала полилингваль йүнәлештәге 12-се мәктәп. Ул Асҡарҙа ҙур төҙөлөштәр барған биҫтәлә урынлашҡан, бында балалар күп. Мәктәптең балалар баҡсаһы менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашыуын да билдәләү зарур. Ябай булмаған ваҡытта ҙур объектты файҙаланыуға тапшырыуыбыҙ беҙҙең өсөн бик мөһим. Урындағы халыҡ уны көтөп алды. Подрядсыға һәм төҙөүселәргә рәхмәт. Был мәктәптән илебеҙҙең иң-иң талантлы кешеләре үҫеп сығыр тип ышанам,  —  тине төбәк етәксеһе.
Муниципалитет башлығы Айрат Әминев тура бәйләнештә республика етәкселегенә яңы объект өсөн район халҡы исеменән рәхмәт белдерҙе. «Хазина» исеменә ҙур мәғәнә һалыныуын билдәләп, заманса мәғариф комплексында йәш быуын вәкилдәре туған телгә һәм мәҙәниәткә ҡарата хәстәрлекле, ихтирамлы мөхиттә белем аласаҡ, республикабыҙ, илебеҙ патриоттары булып үҫәсәк, тип ышандырҙы.

«Мәктәп түгел — хыял!» 
— тип тәьҫораттарын белдерҙе сарала ҡатнашыусылар. Яңы мәктәптең мөһабәтлек, заманса йыһазладырылыш, уңайлылыҡ һәм зауыҡ, күп функциялылыҡ буйынса бағланған бөтә өмөттәрҙе лә уҙып китеүенә һәр кем  үҙ күҙҙәре менән инанды. Был районда ғына түгел, республикала иң яҡшы белем усаҡтарының береһе тиһәк тә хата булмаҫ. 
Директор Вәсилә Абсаҙыева белем усағы менән таныштырғанда хатта абруйлы ҡунаҡтарҙың ҡарашында ихлас ҡыҙыҡһыныу, һоҡланыу, таң ҡалыу кеүек  тойғоларҙы ғына уҡырға була ине. Ә балаларҙың ҡыуанысы тураһында әйтергә лә түгел. Мәктәптең ҙурлығын һәм ҡеүәтен  һандар сағылдыра: 320 урынға ашхана, 347 ултырғыс ҡуйылған тамашалар залы, оҙонлоғо — 38, киңлеге — 17,5 һәм бейеклеге 17 метр тәшкил иткән спорт залы. Бөтә ерҙә сағыу төҫтәр уйнай. 
Спорт залы мәктәптә айырым ҙур блокты тәшкил итһә (инвентарҙәр һаҡлау, сисенеү, душ бүлмәләре), ихатала стадион, йомшаҡ резина япма түшәлгән йүгереү юлы, баскетбол майҙаны, ГТО комплексы, тренажерҙар ҡуйылған спорт зонаһы булдырылыуы тураһында ла һөйләп үтте Вәсилә Сәғит ҡыҙы.
Яңы белем усағы тағы бер үҙенсәлеге — арт-холл менән айырыла. Ябай тел менән әйткәндә — сәнғәт блогы. Ул музыкаль һәләтле балаларға ижади үҫешеү мөмкинлеген биргән хореография залын, уҡыу бүлмәләрен һәм тамашалар залын берләштерә. Блок кәрәкле музыка аппаратураһы, һанлы фортепиано, скрипка, балалайка, домра, тынлы һәм һуҡма инструменттар менән тәьмин ителгән. 
Медицина блогы өс кабинеттан тора. Директор уҡыуҙар яйға һалынғас, уҡыусылар һаны бер мең кешегә етһә, «Ҡанатлан!» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модулендә ҡатнашып, стоматология кабинеты алыу тураһындағы ниәттәре менән уртаҡлашты. Етәксенең алға ҡарап эш итеүе мәктәптең киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ буласағына өмөт уята.
Һәм, әлбиттә, төп уҡыу процесы алып барыласаҡ уҡыу бүлмәләре иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Бинаның бер «ҡанаты» башланғыс кластарға бүленгән. Улар яңы мәктәптә уҡый башлаған да инде. Кластар бейеклеге буйынса көйләнеүсе өҫтәл-ултырғыстар, интерактив таҡталар менән йыһазландырылған. 
Бер нисә телдә белем биреүҙе маҡсат иткән полилингваль мәктәптә уҡыусылар башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен ентекле өйрәнәсәк. Был йүнәлештә лингафон кабинеттарының роле ҙур буласаҡ. Техник һәм тәбиғи дисциплиналар буйынса сифатлы белем биреүгә лә бөтә шарттар булдырылған: ҡала мәктәптәре көнләшерлек информатика, лабораторияһы менән физика, химия, биология кабинеттары. Технология дәрестәре уҙасаҡ оҫтаханалар: ҡыҙҙар өсөн кулинария кабинеты, теген машиналары менән йыһазландырылған цех; малайҙар иһә заманса столяр верстактары, төрлө станоктар менән эшләргә өйрәнәсәк. 

Белем иленә асҡыс тапшырылды
«Хазина» мәктәбендәге беренсе байрам тантанаһы өс телдә алып барылыуы менән айырылды. Уны асып, район башлығы А. З. Әминев, тәү сиратта, был ҙур төҙөлөштөң сәбәпсеһе лә, этәреүсеһе лә булған уҡыусыларға тырышып уҡырға, мәктәпте һаҡларға тигән нәсихәтен еткерҙе, уҡытыусыларға иһә еңел булмаған хеҙмәттәрендә уңыштар теләне һәм белем һарайын һалған алтын ҡуллы төҙөүселәргә бөтә әбйәлилдәр исеменән рәхмәт белдерҙе. Айрат Зиннәт улы мәктәп директоры В. С. Абсаҙыеваны мәғариф өлкәһендә «Әбйәлил районының атҡаҙанған хеҙмәткәре» почетлы исеме менән бүләкләне. Проект етәксеһе Н. Х. Ғәйдуллин, участка начальнигы И. В. Панов, тәьмин итеүсе В. П. Кошелев район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән наградланды. Төҙөлөшкә булышлыҡ иткән ойошмалар етәкселәре, район хакимиәте белгестәре шулай уҡ рәхмәт хаттары менән билдәләнде. 
Район мәғарифы тарихында яңы бит — полилингваль йүнәлешле мәктәп асылыуы ваҡиғаһы менән мәғариф бүлеге начальнигы А. С. Хәкимов,  педагогик хеҙмәт ветераны В. Ә. Зәйнуллин ҡайнар тәбрикләне. 
 — Үҙ дәүеребеҙҙә беҙ ҙә мәктәптәр астыҡ. Ләкин ваҡыт ағышы менән бөтәһе лә үҙгәрә, технологиялар үҫешә. Бөгөн күптәр: «Көнләшәһегеҙме?» — тип һораны. Юҡ. 2001 йылда эш сәфәре буйынса Америкала булырға тура килде. Сит ил балалары шул мәлдә үк ҙур заманса мәктәптәрҙә уҡый ине. Ул саҡта: «Ҡасан ғына Әбйәлилдә ошондай мәктәптәр була инде?» — тип көнләшкән инем. Ә бөгөн сикһеҙ ғорурланам!» — тине 2016 йылда район үҙәгенең Көнсығыш-1 биҫтәһендә яңы мәктәп кәрәклеге тураһында республика Мәғариф министрлығына яҙған һәм етәкселектең иғтибарын полилингваль мәктәп төҙөүгә йүнәлткән хат авторы. Вәлит Әхмәтшәриф улы мәғрифәт нуры сәсеүсе коллегаларына «Хазина»ның төп хазинаһы булған балаларға төплө, сифатлы белем биреүҙә тырышып эшләүҙәрен, уңыштар ҡаҙаныуҙарын теләне.
Подрядсы ойошма етәксеһенең объект ҙур ҡала мәктәптәренән бер кимәлгә юғарыраҡ килеп сыҡты тип төҙөлөш «емеше» менән һоҡланыуы — эш һөҙөмтәһенән ҡәнәғәтлеген билдәләне. Нәсим Ғәйдуллин мәктәп һәм балалар баҡсаһын бер ҡыйыҡ аҫтына һыйҙырған белем биреү комплексы төҙөлөшөн атҡарып сығыу — бер төҙөлөш компанияһының ғына түгел, ә тотош команданың берҙәм эше һөҙөмтәһе тип баһаланы. Һәм һәр ваҡыт ярҙамға килгән район хакимиәтенә, субподрядсы ойошмаларға, үҙенең эшселәренә рәхмәт әйтте. 
Нәсим Хәсән улының мәктәп директорына символик асҡыс тапшырыуы тантананың иң тулҡынландырғыс мәле булды. 
— Белем иленә асҡысты ҡулыбыҙҙа ныҡ тоторға, эштәребеҙ, уңыштарыбыҙ менән мәктәбебеҙҙе тағы ла матурыраҡ итергә тырышасаҡбыҙ! — тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы.
Т. Кусимов исемендәге гимназияның, 1-се Асҡар урта һәм балалар сәнғәт мәктәптәренең һәләтле балалары сағыу сығыштары менән яңы сәхнәне «ҡотланы». Тиҙҙән «Хазина» үҙ таланттары менән дә балҡыр әле!

Гөлнара Күсәрбаева.

Читайте нас