2026 йылда республикала 16,5 меңдән ашыу бала 11 класты тамамлай. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында урта һөнәри һәм юғары белем биреү программалары, шулай уҡ аспирантура һәм ординатура буйынса бюджет урындарының дөйөм күләме 17 меңдән ашыу урын тәшкил итә. Был күрһәткес 2025 йыл менән сағыштырғанда 3,2 процентҡа артҡан.
Башҡортостанда «мәктәп – юғары уҡыу йорто – предприятие» моделе буйынса һөнәри йүнәлеш биреү системаһын әүҙем үҫтерәләр. Уның инструменттарының береһе 15 предуниверсарий була был юғары уҡыу йорттары ҡарамағындағы махсус белем биреү майҙансыҡтары, унда өлкән класс уҡыусылары профилле предметтарҙы тәрән өйрәнә һәм буласаҡ уҡыу йүнәлештәре менән таныша. 2025 йылда улар аша үткән 430-ҙан ашыу сығарылыш класс уҡыусыһы республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән.
Радий Хәбиров, Башҡортостан республикаһы Башлығы:
- Республикала төбәк вуздарын һайлағандарға ярҙам сараларын арттырыу дауам итә. Атап әйткәндә, Берҙәм дәүләт имтихандарын йөҙ балға тапшырып үҙебеҙҙең вуздарға уҡырға ингәндәр махсус рәүештә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ала.