Конкурста райондың 8 мәктәбенән 25 уҡыусы ҡатнашты. Сараны Асҡар ауылының "Йәш техниктар станцияһы" (етәксеһе А. М. Ғәлина) ойошторҙо.
Һәр проект үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы булды. Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙы тәбрикләп, уңыштар теләне. "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, район вокал конкурсында Гран-при яулаған Илида Яхина (З. Р. Хәлилова) яҙ тураһында йыры менән сәләмләне. Артабан балаларҙың мауыҡтырғыс сығыштарын тыңланыҡ.
"Фән донъяһы балалар күҙлегенән" номинацияһында беренсе урынды Динис Әхмәтйәнов (Гимназия, етәксеһе З. Р.Амурзина), Батыр Матинов (Асҡар мәктәбе, Л. В. Рәхмәтова), Миләүшә Асҡарова (Рысҡужа, А. И. Мөхәмәтова) яуланы. Ирлан Солтанов һәм Карина Йомағужина (Гимназия, Й. Р. Хисаметдинова), Илнур Латипов (Рысҡужа, Р. З. Мостафина) икенсе урынға лайыҡ булдылар. Илдар Кейекбирҙин (АСШ, А. Б. Ғәбитова), Элина Мостафина (АСШ, З. Ш. Хәлитова), Сыңғыҙхан Ғайсин (Үтәгән, И. Д. Ғайсина) өсөнсө урынды алды.
"Ижад итәбеҙ, уйлап сығарабыҙ, һынап ҡарайбыҙ" номинацияһында беренселекте Эмилия Ғәлина (Гимназия, Й. Р. Хисаметдинова) яулаһа,
Батырша Хөснитдинов (Рысҡужа, З. Р. Мостафина) икенсе, Асҡар Сәфәрғәлиев өсөнсө (Гимназия, Й. Р. Хисаметдинова) урында билдәләнделәр.
Балаларҙың сығыштарын район музейы директоры Ш. И. Әхмәтҡужина, меценат Г. С. Әминева, "Йәш техниктар станцияһы" директоры А. М. Ғәлина, мәғариф бүлегенең әйҙәүсе белгесе Л. А. Итекәйева, башланғыс класс уҡытыусылары А. Ә. Илһамова, Г. И. Сафина, "Йәш техниктар станцияһы педагогы З. Ә. Тайсина, район балалар ижады йорто методистары Г. Р. Зәйнуллина һәм Г. Ф. Динисламованан торған компетентлы жюри баһаланы.
"Салауат" ЯСЙ-һы һәм меценат Әминева Гөлнара Сәфәрғәли ҡыҙы тарафынан әҙерләнгән бүләктәр балаларҙы дәртләндерҙе.
Афарин, йәш тикшеренеүселәр, һеҙҙе һәм уҡытыусыларығыҙҙы ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Гөлнара ҒИНИӘТОВА.