Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Март , 17:49

Машина-технология компанияһы булдырыла

Башҡортостанда тәүге машина-технология компанияһы ойошторола. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Машина-технология компанияһы булдырыла
Машина-технология компанияһы булдырыла

Был предприятие ауыл хужалығы ойошмаларына һәм фермерҙарға комплекслы хеҙмәттәр күрһәтәсәк — баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн техника бирәсәк, орлоҡтар һәм ашламалар менән тәьмин итәсәк, уңыш йыйырға ярҙам итәсәк. Республиканың беренсе МТК-һына инвестициялар күләме 3 миллиард һумға тиклем тәшкил итә.

МТК-ны 2026 йылдың март аҙағына тиклем теркәү планлаштырыла. Юридик шәхестең яҡынса исеме «МТК РАЛ Башкортостан» тип атала. Ойоштороусыһы булып «Росагролизинг» дәүләт компанияһы сығыш яһай. МТК-ны булдырыуҙа шәхси инвестор ҙа ҡатнашыуы мөмкин.

Беренсе МТК-ны булдырыу тураһында килешеүгә вице — премьер - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм «Росагролизинг» тың генераль директоры Павел Косов ҡул ҡуйған. Ҡул ҡуйыу тантанаһы Өфөлә 17 мартта асылған Агросәнәғәт форумында үткән.

Ауыл хужалығы министры Башҡортостанда МТС-тарҙы тергеҙеү тәжрибәһе барлығын иҫкә төшөрҙө. Үҙ ваҡытында өс дәүләт предприятиеһы көсө менән республиканың сәсеү майҙандарының 60 процентын йыйып алғандар. Һуңыраҡ властар компанияларҙың һәм фермерҙарҙың үҙҙәренә ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуына булышлыҡ итә башлай. Әммә хәҙерге хаҡтар артыуы менән быларҙың барыһы ла мөмкин түгел һәм баҫыуҙарҙы эшкәртеү хеҙмәттәрен аутсорсинглау мәсьәләләре йәнә көнүҙәк.

Вице-премьер һүҙҙәренсә, заманса техника менән яҡшы йыһазландырылған машина-технология компанияһына йәштәрҙе, студент-практиканттарҙы һәм йәш белгестәрҙе эшкә йәлеп итәсәктәр.

Автор:
Читайте нас