Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Март , 11:16

"Ғилем" йәнә старт бирҙе

Районыбыҙҙың төп ҡиммәте – аҡыллы һәм маҡсатлы йәштәр. Шуға күрә мәктәп уҡыусыларына теүәл фәндәрҙә үҫешергә һәм туған телде өйрәнергә ярҙам иткән башланғыстар бик кәрәкле.

Үткән йылда тәүге тапҡыр ойошторолған олимпиадала 1632 уҡыусы көс һынағайны. Балалар башҡорт телен яҡшы белеүе менән ҡыуандырҙы. Уҡытыусылар ойоштороусыларҙың теүәл фәндәр менән башҡорт телен бер рәткә ҡуйыуын хупланы. Һәр ҡатнашыусы "Салауат" ЯСЙ-һынан ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды. Ә еңеүселәрҙе әҙерләгән уҡытыусыларға йыл буйына премиялар түләнде. 31 мартта икенсе тапҡыр райондың иң һәләтле 7-10-сы класс уҡыусыларын «Ғилем» ҡаршы аласаҡ. Программала дүрт дисциплина бар: математика, физика, химия һәм башҡорт теле. Олимпиада нисек үтәсәк? Беренсе тур (һайлап алыу): 2026 йылдың 16-23 мартында. Онлайн форматта үтә. Икенсе тур (финал): 2026 йылдың 31 мартында Т. Кусимов исемендәге гимназия базаһында финал осрашыу. Финалсыларҙы һәм еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. Проектты «НефтеПолис» инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды һәм Әбйәлил районының мәғариф бүлеге «Салауат» компанияһы ярҙамында тормошҡа ашыра.

Ташбулат урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, РФ мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре И. М. Билалованың үткән йыл "Ғилем" олимпиадаһында ике уҡыусыһы еңеүгә өлгәште.

– Районыбыҙҙың төп ҡиммәте – аҡыллы һәм маҡсатлы йәштәр. Шуға күрә мәктәп уҡыусыларына теүәл фәндәрҙә үҫешергә ярҙам иткән башланғыстар бик кәрәкле. Сәнәғәт өлкәһендә кәрәкле фәндәр менән башҡорт телен бер рәткә баҫтырған олимпиаданың инициаторҙарының эше лә ҙур баһаға лайыҡ.  Былтырғы олимпиадала уҡыусыларымдың белемдәре төплө булыуын иҫбатлауы мине дәртләндерҙе. Уҡытыусының ауыр эшен тейешле баһалаған "Ғилем"де ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. "Салауат" ЯСЙ-һы еңеүселәрҙе әҙерләгән уҡытыусыларға йыл буйына премиялар түләне, олимпиадала ҡатнашҡан уҡыусыларға ҡиммәтле бүләктәр бирелде,  – ти Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы. – "Ғилем"дә быйыл да  ҡатнашасаҡбыҙ. Был һынау балаларға белемдәрен күрһәтеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә. Һәләтле балаларҙы дәртләндереү, үҙ көстәренә ышаныс тәрбиәләүҙә әһәмиәте ҙур. Был үҙенсәлекле көс һынау олимпиадаһы, уның быйыл да үткәрелеүе ҡыуандыра, артабан да дауам итер тип ышанабыҙ.

Регистрация һәм эштәр сайтта: vk.cc/cVoY7S

Читайте нас