Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Март , 17:06

”Ғилем”дә ҡатнашыусылар һаны ишәйә

Хәбәр итеүебеҙсә, «НефтеПолис» инженер мәктәптәрен үҫтереү фонды райондың мәғариф бүлеге менән берлектә һәм «Салауат» компанияһы ярҙамында муниципалитеттың төп интеллектуаль олимпиадаһы дауам итә.

Әлеге ваҡытта олимпиадала ҡатнышыуға  2162 бала теркәү үткән, былтыр 1600-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашҡайны. 1337 бала заданиеларҙы үтәгән, был ҡатнашыусыларҙың дөйөм һанынан 61,8 процентын тәшкил итә. Иң күп балалар Т. Кусимов исемендәге гимназиянан (114 кеше), Йәнгел  мәктәбенән (104), Красная Башкириянан мәктәбенән (89) теркәлгән.

31 мартта ойоштороласаҡ икенсе турҙа ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең көсөн һынаясаҡ. Унда еңеүселәрҙең исемдәре билдәләнәсәк. Олипиадала ҡатнашырға теләгән һәр уҡыусы түбәндәге һылтанма буйынса үтеп, теркәлеү үтә ала: vk.cc/cVoY7S Олимпиаданың рәсми сайты: xn--c1aeimg.xn--p1ai/

Читайте нас