Мәғариф
24 Март , 11:21

Һәләтле балалар өсөн олимпиада

Районда икенсе йыл рәттән “Ғилем” олимпиадаһы үткәрелә.

Һәләтле балалар өсөн олимпиадаҺәләтле балалар өсөн олимпиада
Һәләтле балалар өсөн олимпиада

Балаларҙы сәнәғәт тармағына ҡыҙыҡһындырыу менән бер рәттән төбәк халҡының теле булған башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙе лә иғтибар үҙәгендә тотоп, олимпиаданы ойоштороусылар һынауҙарҙы физика, математика, химия һәм башҡорт теле фәндәренән үткәреүҙе маҡсатҡа ярашлы тип тапҡан. 
Үткән йылғы олимпиадала Т. Кусимов исемендәге гимназияның физика һәм математика уҡытыусыһы Дилара Камалованың уҡыусыһы — Илгизәр Дауытов физиканан тәүге этапты уңышлы үтеп, икенсе турҙа еңеүгә өлгәшә. Быйыл иһә Дилара Юлай ҡыҙының 20-гә яҡын уҡыусыһы олимпиадала ҡатнашыуға теркәү үткән. 
— Сер түгел, конкурс, олимпиада, викторина һәм башҡа интеллектуаль һынауҙар иң һәләтле балаларҙы асыҡлап ҡына ҡалмай, уларҙың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә, уҡытыусыларға тәжрибә тупларға ярҙам итә. Районда булдырылған «Ғилем» олимпиадаһында икенсе йыл ҡатнашабыҙ, уҡыусыларҙың көсөн һынап ҡарау, уларҙың һәләттәрен үҫтереү, тәжрибә туплау, артабан ниндәй йүнәлештә уҡыусыны әҙерләргә кәрәклеген аңлау өсөн бик уңайлы тип һанайым. Олимпиада ныҡ мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы. Балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа теләп ҡатнаша. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, еңеү яулаған ҡыҙҙар һәм малайҙарға  «Салауат» компанияһы әҙерләгән бүләктәр быйыл да олимпиадала ҡатнашыуға теләк уятты. Призерҙарҙы әҙерләгән уҡытыусылар өсөн дә премиялар булдырғайны был ойошма, — ти Дилара Юлай ҡыҙы. 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас