

Дөйөм күләме 576 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән федераль финанслау университеттың төп объекттарын – студент ятаҡтарынан алып тарихи уҡыу корпустарына тиклем – үҙ эсенә ала. Иғтибар үҙәгенә студенттарҙың уңайлығы һәм хәүефһеҙлеге ҡуйыла. «Йәштәр һәм балалар» милли проектының (национальный проект «Молодежь и дети») «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проектына ярашлы ике студент дөйөм ятағы капиталь ремонтланасаҡ һәм уларҙа яңы йыһаздар ҡуйыласаҡ.
Беренсе объект – Минһажев урамындағы ятаҡ. Үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән бинала инженер селтәрҙәре тулыһынса яңыртыласаҡ, торлаҡ һәм санитар бүлмәләр тәртипкә килтереләсәк.
Икенсе ятаҡ Өфөнөң тарихи үҙәге Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан. Бында ҡыйыҡ капиталь ремонтланасаҡ һәм бүлмәләр йыһазландырыласаҡ.
Университеттың уҡыу корпустарын да әһәмиәтле үҙгәрештәр көтә. «Фән һәм юғары белем биреү ойошмаларына дәүләт ярҙамы» проектына ярашлы Карл Маркс урамындағы биналарҙың алғы фасадына һәм ҡыйыҡтарына капиталь ремонт үткәреүгә аҡса йүнәлтелгән. Был объекттар заманса итеп йыһазландырыласаҡ, шулай уҡ эргәлә төҙөлөп ятҡан вуз-ара студенттар кампусы менән берҙәм архитектура ансамбленә ҡушыласаҡ.
ФОТО: "Башҡортостан" гәзите сайтынан.