Мәғариф
31 Марта , 09:17

"Хазина" мәктәбе базаһында

 «Ғилем» олимпиадаһының финал туры үтте. Был олимпиада район тарихында икенсе тапҡыр үткәрелә.

 Олимпиада химия, физика, математика, башҡорт теле предметтарынан «НефтеПолис» инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү Фонды һәм Әбйәлил районының мәғариф бүлеге тарафынан «Салауат» ЯСЙ ярҙамында уҙғарыла. Үткән  йылда 1632 бала теркәлгәйне, уларҙың 315-е финалсы булды.

Быйыл ҡатнашыусылар һаны 2000-дән артып китте. Тантаналы асыу сараһында балаларҙы район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, "Салауат" ЯСЙ-һы етәксеһе Таһир Бәхтегәрәев, "НефтеПолис" инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды етәксеһе Фәнүр Йәһүҙин сәләмләне.

Уҡыусылар олимпиадаға яҡшы кәйефтә килгәндәр, һәр уҡыусыға ойоштороусыларҙан бүләккә рюкзактар тапшырылды. Еңеүселәр иртәгә билдәле буласаҡ.

Читайте нас