Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Апрель , 07:40

Дүрт юғары уҡыу йорто иң яҡшылар исемлегендә

Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто Forbes версияһы буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто исемлегенә инде. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Дүрт юғары уҡыу йорто иң яҡшылар исемлегендә
Дүрт юғары уҡыу йорто иң яҡшылар исемлегендә

Исемлеккә Башҡорт дәүләт медицина университеты (БДМУ), Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы (ВЭГУ), Өфө фән һәм технологиялар университеты (УУНиТ) һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты (УГНТУ) ингән.

БДМУ 61-се урынды биләй, уҙған йыл рейтингта 78-се урында булған. ВЭГУ академияһы 70-се урында, УУНиТ 89-сы урында, ӨДНТУ 96 — сы урында.

Былтырғы рейтингта Башҡортостандан БДМУ һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты ингән була.

Лонг-листҡа рәсәй аккредитацияһы һәм дәүләт өлгөһөндәге дипломдар биреү хоҡуғына эйә булған, бакалавриат йәки специалитет программалары булған, 2024/2025 уҡыу йылында уҡыусылар һаны 400-ҙән кәм булмаған юғары уҡыу йорттары инә. Университеттар биш төп критерий буйынса баһалана: уҡыу сифаты, эш биреүселәр араһында абруйы, халыҡ-ара абруйы, академик мөхит һәм forbes миллиардерҙары исемлегендә юғары уҡыу йортон тамамлаусылар һаны.

Тәүге егерме урында 14 мәскәү вуздары бар, шулай уҡ Санкт-Петербургтан өс юғары уҡыу йорто һәм Татарстандан, Новосибирск һәм Свердловск өлкәләренән берәр ВУЗ инә.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас