

Заманса агрокласс үҙ ишектәрен асты
«Красная Башкирия» ЯСЙ-һы, Башҡортостан дәүләт аграр университеты һәм Таштимер мәктәбе араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Хәҙер балалар хужалыҡ һәм юғары уҡыу йорто ярҙамы менән профилле агрокласта белем аласаҡ. 1 сентябргә биология кабинеты ысын тикшеренеүҙәр, мотоблок һәм, иң мөһиме, проекттарының федераль ки-мәлгә лайыҡлы булыуын иҫбатлаған уҡытыусылар менән заманса лабораторияға әүереләсәк.
Бынан алда мәктәп БДАУ менән килешеү төҙөнө, ә Таштимер мәктәбе директоры Д. Ғ. Тайыпова хужалыҡ етәкселеге менән әңгәмәләште. Бында шәп педагогик состав барлыҡҡа килеүен күреп, «Красная Башкирия» ЯСЙ-һы директоры Раил Фәхрисламов был идеяны хупланы. Ошо көндәрҙә мәктәптең спорт залында абруйлы ҡунаҡтар, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм, әлбиттә, төп геройҙар — уҡыусылар йыйылды. Хужалыҡ директоры урынбаҫары Н. Ю. Суфиянов һәм мәктәп директоры Д. Ғ. Тайыпова агро-класс булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
— Беҙгә бухгалтерҙар, ашнаҡсылар, мелиорация буйынса белгестәр кәрәк, беҙ был йүнәлеш тураһында етди уйлайбыҙ. Ауыл хужалығы техникаһы менән эшләү өсөн инженерҙар кәрәк. Ауыл өсөн кадрҙарҙы йәш сағынан үҫтереү мөһим. Һәм беҙҙең бурыс — агрокласс уҡыусыларының тыуған ерен ҡәҙерләргә һәм яратырға өйрәнеүе, ауыл хужалығы хеҙмәтенең мөһимлеген аңлауы, — тине Нәжип Юлбарыҫ улы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
– Кәрәкле һөнәрҙәр буйынса белем алыу йәштәргә тиҙерәк эшкә урынлашырға ярҙам итәсәк һәм эшһеҙлек кимәлен кәметәсәк.
Ғөмүмән әйткәндә, республикала һөнәри белем биреү системаһын үҫтереүгә комплекслы ҡараш бар: матди-техник йыһазландырыу яҡшыра, уҡытыусылар һәм студенттар өсөн мотивация системаһы формалаша, илдә уҡытыуҙың иң яҡшы практикалары индерелә, сифатлы практика тәьмин ителә.
Ҡотлау һүҙҙәре менән район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары И. Ә. Хәсәнов сығыш яһаны. Ул мәктәптең күптәнге традицияларға эйә булыуын, ә ошо көндәрҙә уҡытыусылар командаһының квалификацияны күтәреү программаһында ҡатнашыуы БР Ауыл хужалығы министрлығының юғары баһаһын алды, тип билдәләне. Ҡыяр проектының әһәмиәтле булыуы һәм уның Мәскәү форумында ҡатнашыу өсөн һайлап алыныуы хаҡында һөйләне.
Ирек Әҙеһәм улы хужалыҡтың ауыл хужалығы министрлығының агрокластар булдырыу программаһына ҡушылыуы өсөн Раил Салауат улына рәхмәтен еткерҙе.
— Райондағы 30-ҙан ашыу мәктәптең тап Таштимерҙә генә үҫемлектәрҙе тәрән өйрәнеү, тикшеренеү эштәре традициялары һалынған. Был ҙур хөрмәт кенә түгел, ә ҙур яуаплылыҡ та. «Красная Башкирия» ЯСЙ-һы директоры Р. С. Фәхрисламовҡа ышанысы өсөн рәхмәт. Балалар, уҡығыҙ, тырышығыҙ — һеҙ беҙҙең терәк, — тине мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Хәкимов.
Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла ауыл мәктәптәрендә агрокластар булдырыуҙың мөһимлеген билдәләне. Балаларға республикабыҙ үҫеше өсөн кәрәкле аграр йүнәлешле һөнәрҙе аңлы рәүештә һайларға ярҙам итеү — проекттың төп маҡсаты.
Иншалары үҙе бер әҫәр кеүек
«Красная Башкирия» ЯСЙ-һы мәктәп уҡыусылары араһында иншалар һәм викториналар конкурсы ойошторған. Алты кеше — хужалыҡ директоры урынба-ҫарҙары, белгестәр — ике кис рәттән иншалар уҡыған һәм викторина яуаптарын тикшергән.
— Һәр иншаны ентекле уҡыныҡ, уларҙың һәр береһе айырым бер әҫәр кеүек ине. Һәр уҡыусы ауыл хужалығы үҫешенә тос өлөш индергән үҙенең олатаһы, өләсәһе, яҡындары хаҡында яҙған. Ә шулай ҙа иң шәп инша Мансур Латиповтыҡы, — тине Нәжип Суфиянов.
Иншалар һәм викториналар конкурсында еңеүсе егет смартфон менән бүләкләнде. Икенсе урынды Ғайсар Ҡадиров менән Әлиә Саматова бүлеште, уларға смарт-сәғәттәр тапшырылды. Өсөнсө урынды Тимерйән Мырҙабулатов, Карина Өмөтҡужина һәм Дарина Ғәйфуллина яуланы – улар ҡолаҡсындар менән тәбрикләнде.
Интеллектуаль уйында кемдәр еңде?
Линейканан һуң «Агроквест» интеллектуаль уйыны башланды, унда бер өҫтәл артында уҡыусылар, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, Таштимер ауылы биләмәһе башлығы Земфир Арғынбаев, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы филиалы директоры Салауат Зәйнуллин һәм студент-практиканттар ҡатнашты. Уларҙы абруйлы жюри — Н. Ю. Суфиянов һәм З. И. Ғәлимов баһаланы.
Командалар һыйырҙан һөт алыу, хужалыҡ бюджетын белеүҙә ярышты, робоферма мәсьәләләрен хәл итте, агрокласс рекламаһын уйлап тапты. Һөҙөмтәлә, «Инженер-робототехниктар» һәм «Баҫыу хужалары» командалары еңеүсе булды. «Агромафия» һәм «Киләсәк агрономдары» командалары икенсе урынға сыҡты.
Уҡытыусының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, агро-класс булдырыу өсөн Гөлнара Латипова күп көс һалған. 32 йыл хеҙмәт стажы булған биология уҡытыусыһы мәктәп яны участкаһында ла ихлас эшләй, ул мәктәпкә юғары баһа килтергән проект эшен етәкләй. 2026 йылдың 16 мартынан 21 апреленә тиклем Таштимер мәктәбе педагогтары командаһы (унда ете кеше) Аграр университетта квалификация күтәреү программаһын үҙләштерҙе. Ул «Агро-сәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проекты сиктәрендә («Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты) педагогтар «Агротехнологик кластарҙа проект эшмәкәрлеге: идеянан алып практик һөҙөмтәгә тиклем» тип аталды. Һөҙөмтәлә ете уҡытыусынан торған команданың ҙур уңышы — Гөлнара Латипова, Динә Тайыпова, Эльвира Хәйруллина, Гүзәл Ҡадирова, Зилә Сәғитова, Нурзилә Хәйбуллина һәм Гөлсинә Аблаева «Биопрепараттарҙың ябыҡ грунт шарттарында ҡыярҙың үҫеүенә һәм үҫешенә йоғонтоһо» темаһына проект яҡланы.
Проект, ысынлап та, шәп. Гөлнара Фәрит ҡыҙы етәкселегендәге балалар тәжрибә делянкаларына нигеҙ һала, фенологик күҙәтеүҙәр алып бара, уңдырышлылыҡты иҫәпләй (үҫеш 23,5 процентҡа тиклем), иҡтисади иҫәпләүҙәр яһағандар (рентабеллек 12 процентҡа, табыш 43 процентҡа артҡан). БР Ауыл хужалығы министрлығы эксперттары эште шул тиклем юғары баһалаған, хатта проектта ҡатнашырға тәҡдим итәләр.
Дилә Тайыпова, Таштимер мәктәбе директоры:
— Республикала агрокластар проектын булдырыу идеяһы аграр университетында 2020 йылдарҙа барлыҡҡа килгәйне. Ул ваҡытта университет уҡытыусылары ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре менән берлектә ауыл мәктәптәренә барып ауыл хужалығы, унда эшләүҙең ни тиклем абруйлы булыуы тураһында һөйләне. Ә бөгөн проект һөнәри йүнәлеш биреү генә түгел, ә ауыл хужалығы өсөн профилле белгестәр әҙерләү сараһы ла булып тора. Беҙҙең мәктәптә ошондай профилле агрокласс асылды, унда уҡыусылар ауыл хужалығы нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Бында «Красная Башкирия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең производство майҙансыҡтары булыуы беҙгә бик ҡиммәт. Мәктәптә уҡыусылар ауыл хужалығы культураларын үҫтереү, айти-программалар менән эшләүҙең теоретик нигеҙҙәрен өйрәнәсәк, ә база хужалыҡтарында практика үтәсәк. Беҙҙең төп бурыс — уҡыусыларҙың киләсәктә университетты йәки колледжды тамамлағандан һуң үҙ районына эшкә ҡайтыуы. Министрлыҡ яғынан уҡытыусылар һәм уҡыусылар тулы методика менән тәьмин ителә, шул иҫәптән дөйөм дәүләт имтиханына һәм Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү, профилле колледждарға һәм университеттарға инеү өсөн дә. Агрокласты тамамлаусыларға күп өҫтөнлөктәр бирелә — юғары уҡыу йорттарына инеү һәм уны тамамлағас эшкә урынлаштырыу йәш белгестәр өсөн республика һәм федераль программалар иҫәбенә торлаҡ алыу мөмкинлеге, карьера үҫеше лә. Раил Салауат улына ышанысы өсөн рәхмәт, тығыҙ бәйләнештә эшләрбеҙ, тип ышанам.
Хужалыҡ мәктәпкә ярҙам итә
Нәжип Суфиянов тантаналы сараға тиклем мәктәпкә мотоблок тапшырҙы. Хәҙер балаларға ҙур мәктәп яны баҡсаһын ҡул менән ҡаҙырға тура килмәйәсәк.
Иң мөһиме, «Красная Башкирия» ЯСЙ-һы быйыл йәй агрокласты тулыһынса реконструкцияларға һәм йыһазландырырға вәғәҙә итә. 1 сентябргә биология кабинеты заманса лабораторияға әүереләсәк, унда тәжрибә үткәрергә, проекттар алып барырға, мәктәптән сыҡмайынса уҡырға мөмкин буласаҡ.
Был көндө ҡунаҡтар һәм уҡыусылар алдында уҡытыусылар, ата-әсәләр комитеты, уҡыусылар сығыш яһаны. Радик Хәлилов һәм Лилиә Хәлилова етәкселегендәге бейеү ансамбленең сағыу, дәртле сығыштары айырыуса һоҡланыу уятты.