Мәғариф
21 Май , 04:43

Беҙҙекеләр лайыҡлы урындар яуланы

15 май көнө Өфө ҡалаһы Ҡурсаҡтар театрында “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. 

Беҙҙекеләр лайыҡлы урындар яуланыБеҙҙекеләр лайыҡлы урындар яуланы
Беҙҙекеләр лайыҡлы урындар яуланы

Беҙҙең райондан конкурста 5 башланғыс класс уҡыусылары, 4 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм 5 фольклор коллективтары ҡатнашты. Улар барыһы ла “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсының муниципаль этабы еңеүселәре ине.
Әкиәтте яңғыҙ башҡарыусылар араһында беҙҙең уҡыусыларыбыҙ юғары һөҙөмтәләр күрһәтте: Асҡар полилингваль мәктәбе уҡыусыһы Ралина Сәйетғәлина  (ет. Дауытова Л.А.) беренсе урынға лайыҡ булды, Таштимер ауылы мәктәбе уҡыусыһы Ғайсар Иғдисамов  (ет.Ғәбитова В.М.) яҡшы һөҙөмтәгә ирешкәне өсөн маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Шулай уҡ улар Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы тарафынан еңеүселәр тип билдәләнделәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары, приздар менән бүләкләнделәр.
Быйыл конкурс ойоштороусылары әкиәтте яңғыҙ һөйләү һәм сәхнәлләштереүҙән башҡа, яңы номинация индерҙе: башҡорт халыҡтары әкиәтенә яһалма интеллект ярҙамында ҡыҫҡа ғына видеороликтар эшләү. Был номинацияла балалар ижады йорто тәрбиәләнеүселәре Айлина Алтынбаева (ет.Алтынбаева Р.Р.) һәм Йәмилә Латипова  (ет.Мансурова Р.З.) еңеүселәр тип табылдылар.

 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас