Мәғариф
26 Июня , 09:13

"Беренселәр" һәр саҡ беренсе!

Асҡар урта мәктәбен тамамлаусылар берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы.

"Беренселәр" һәр саҡ беренсе!"Беренселәр" һәр саҡ беренсе!
"Беренселәр" һәр саҡ беренсе!

11 «А» класы уҡыусылары Юнир һәм Данил Дәминдәровтар, Руслана Нишанова һәм 11 «Б» класынан Олег Стрелков юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Улар дүртеһе лә мәктәптең алдынғы уҡыусыһы, район, республика олимпиадалары ҡатнашыусылары, спортсылар ҙа.

Беренсе кластан ошо мәктәптә белем алған игеҙәк егеттәр Юнир һәм Данил Дәминдәровтар теүәл фәндәрҙе яратып уҡыйҙар, көрәш буйынса спорт мастерҙары кандидаттары, мәктәптең активистары ла. Үҙҙәренә ир-егеттәргә хас холоҡло талапсан, тырыш, шул уҡ ваҡытта шаян да егеттәр улар. Данил рус телен 86, физиканы 100, ә Юнир рус телен 89, математиканы 89, физиканы 100 балға тапшырған.

Руслана Нишанова үҙенең әүҙемлеге, ярҙамсыллығы менән дуҫтары араһында ихтирам яулаған. Районда, республикала уҙғарылған төрлө конкурс, сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Төрлө фәндәр буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль, республика этабында еңеүсе һәм призер булыуға ирешә. Уны мәктәптең «йондоҙо» тиергә лә була. Бөтә ергә лә өлгөр ҡыҙ рус телен 89, математиканы 98, ә физиканы 100 балға тапшырған.

Игеҙәк егеттәрҙе һәм Руслананы физиканан имтиханға әҙерләүсе һәм класс етәксеһе — Эльвира Ишҡолова. Уҡытыусыға быйылғы йыл уңыштарға бай йыл. Белем усағының 150 йыллығын билдәләгәндә мәғариф өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн «Башҡортостан Республикаһыны мәғариф отличнигы» күкрәк билдәһенә лайыҡ булған. Эльвира Ғәлимйән ҡыҙы бишенсе кластан алып уҡыусыларҙың «икенсе әсәһе»нә әйләнгән. Бына нимәләр һөйләне ул уҡыусылары хаҡында:

— Физиканы беҙ 7-се класта өйрәнә башлайбыҙ. БДИ 100 балға тапшырыу бер йыллыҡ ҡына һөҙөмтә түгел: етенсе кластан алып һуңғы консультацияға тиклем тупланған белем базаһы ул. Өс уҡыусымдың да теүәл фәндәргә ынтылышы көслө, уларға еңел бирелә. Физиканан төп дәүләт имтиханын тик «бишле» билдәләренә тапшырғандан һуң, улар берҙәм дәүләт имтиханын да һайларға теләк белдерҙеләр. Унынсы класта уҡ ныҡлы әҙерлек башланыҡ. Уҡыусыларымдың 100 балға тапшырыуы минең өсөн бөтөнләй асыш булманы, сөнки ышанысым көслө ине. Һуңғы ваҡытта улар 96-98 балл йыйҙылар. Өсөһө лә район хакимиәте башлығы стипендиаттары, бөтәһе лә патриоттар, шуға ла Өфө ҡалаһындағы нефть университетына уҡырға инергә ниәт итәләр, — ти Эльвира Ғәлимйән ҡыҙы. — Имтиханда юғары һөҙөмтәләр осраҡлы түгел, ә уҡыусы һәм остаздың тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәһе. Мин коллегаларыма рәхмәт белдереүҙе бурысым тип һанайым, уларһыҙ беҙ ҙур уңыштарға өлгәшә алмаҫ инек. Тәү сиратта, белемгә ныҡлы нигеҙ һалған башланғыс кластар уҡытыусыларына һәм математика уҡытыусыһы Нәйлә Зиннәт ҡыҙына. Математиканан белеме булмаған балала физиканан ниндәйҙер һөҙөмтә алырлыҡ түгел. Шулай уҡ мәктәп администрацияһына, ата-әсәләргә ярҙам күрһәткәндәре һәм уларҙы әҙерләү өсөн уңайлы шарттар булдырғандары өсөн рәхмәтлемен.

Билдәле футболсы Стрелков фамилияһын йөрөткән Олег исемле егет менән шәхсән танышмын. Иплелеге, тыйнаҡлығы, киң даирәлә фекер йөрөтә белеүе менән арбаны ул мине. Олег тырыш, үҙ-үҙенә талапсан, яуаплы егет. Ул бөтә фәндәрҙе лә яратып уҡый. Лидерлыҡ сифаттары көслө булған, әүҙем егетте класташтары ла, уҡытыусылары ла ярата. Хәрби йыйындарҙа ул һәр ваҡыт командаһын әйҙәп алып йөрөүсе. Үрҙә әйтелгәндәргә өҫтәп, Олег виртуоз баянсы ла, сәнғәт мәктәбен тамамлаған.

— Һәр береһенә иғтибарлы, ихтирамлы уҡыусым. Ғаиләлә баш бала булғанғамы бөтәһе тураһында ла хәстәрлек күрә, ҡурсалап ҡына тора. Теүәл фәндәрҙе аңлап үҙләштерә, аҡыллы, ғөмүмән, бөтә яҡтан да килгән бала. Мәктәптә уҡыған йылдарында иң ҙур таянысым булды, — ти класс етәксеһе Лира Абдрахманова уҡыусыһы хаҡында.

 Олегты имтиханға әҙерләүсе Гөлдәр Насирова уҡыусыһы менән ғорурланыуын йәшермәй.

— 1 сентябрҙән үк физиканы 100 балға тапшырыу өсөн бөтә көсөн һалды. Ул хатта «100 баллники» тигән чатта ултырҙы, маҡсатына ирешер өсөн хәленән килгәнсе тырышты һәм иреште лә. Туғыҙынсы класта ла физиканан имтихан биргәйне, шулай уҡ «бишле» билдәһенә тапшырҙы. Әҙерләнгән ваҡытта үҙенә талапсан, тырыш булыуы, уҡытыусының фекеренә ҡолаҡ һалыуы менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға инергә теләй, — ти Гөлдәр Рәсих ҡыҙы.

Үрҙә һанаған сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла алтын миҙалға лайыҡ. Хыялдары тормошҡа ашып, теләгән ерҙәренә уҡырға инһендәр, район йөҙөн республика һәм ил кимәлендә дан итеүсе уҡыусылар!

"Беренселәр" һәр саҡ беренсе!
"Беренселәр" һәр саҡ беренсе!
"Беренселәр" һәр саҡ беренсе!
"Беренселәр" һәр саҡ беренсе!
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас