

Республиканың мәғариф учреждениеларында, бөтә илдәге кеүек үк, 2026-2027 уҡыу йылының икенсе ярты йыллығынан «Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте» (ДНКР) тигән яңы предметты этаплап индереү башлана. Был хаҡта Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.
Министрлыҡта яңы дисциплина индереүгә әҙерлек башланған да инде. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2026-2027 уҡыу йылынан ДНКР-ҙы 5-се класс уҡыусылары өйрәнәсәк (йылына 17 сәғәт). 2027-2028 уҡыу йылында предмет 6-сы һәм 7-се кластар программаһында (йылына 34 сәғәт) барлыҡҡа киләсәк. 2028/29 уҡыу йылынан дисциплинаны 5-се кластан 9-сы класҡа тиклем уҡыта башлаясаҡтар.
ДНКР курсы уҡыусыларҙа традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре нигеҙендә донъяға ҡараш формалаштырырға тейеш. Уҡыусылар күренекле ватандаштарыбыҙҙың — дәүләт, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, хәрбиҙәрҙең, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙарының тормош юлдары һәм эшмәкәрлектәре менән танышасаҡ.