

Элекке «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» предметы ике айырым йүнәлешкә бүленә: хәҙер балалар «Тормош хәүефһеҙлеге һабаҡтарын» һәм «Башланғыс хәрби әҙерлекте» айырым өйрәнәсәк. Был яңылыҡ 8 һәм 9 класс уҡыусыларына ҡағыла, һәр курсҡа йылына 34 сәғәт ваҡыт бүленә.
Министрлыҡ вәкилдәре билдәләүенсә, был аҙымдың төп маҡсаты — балаларҙы тормоштоң төрлө ҡатмарлы һәм көтөлмәгән хәлдәренә әҙерләү. Уҡыусыларға теориянан тыш, практик күнекмәләр ҙә биреләсәк. Мәҫәлән, улар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нисек дөрөҫ эш итергә, эвакуация ваҡытында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен, шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыуҙы һәм илдең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү нигеҙҙәрен өйрәнәсәк.
Был дәрестәр йәштәрҙә Ватанға ҡарата яуаплылыҡ тойғоһо уятырға һәм уларҙы киләсәктә хәрби хеҙмәткә әҙерләргә тейеш.