

Былтырғы күрһәткес менән сағыштырғанда (159 эш), уңышлы уҡыусылар һаны һиҙелерлек артҡан.
Айырыуса тырыш егет-ҡыҙҙарҙың уңыштары һөйөндөрә: 11 уҡыусы бер юлы ике фән буйынса ла камил белем кимәлен раҫлап, 100-әр балл алған. Быйыл физика, профилле математика, биология, әҙәбиәт, йәмғиәтте өйрәнеү һәм инглиз теле кеүек фәндәрҙән юғары балл йыйыусылар күбәйгән. Рус теле буйынса ла 24 уҡыусы еңеүгә өлгәшкән.
Дөйөм алғанда, республикала 17 меңдән ашыу уҡыусы имтихан тотҡан. Улар өсөн 160 пункт эшләне. Уҡыусылар араһында профилле математика, йәмғиәтте өйрәнеү, физика, биология, химия һәм информатика кеүек фәндәр иң популярҙары булып ҡала. Шулай уҡ 80 һәм 60 балдан ашыу йыйыусылар һаны ла артҡаны күҙәтелә, был белем сифатының үҫеүе тураһында һөйләй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы дәртләндереү өсөн махсус программалар эшләй. Мәҫәлән, уҡыусыһы 100 балл алған педагогтарға 50 мең һум күләмендә премия ҡаралған. Ә юғары балл йыйып, Башҡортостандың Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенә ингән юғары уҡыу йорттарын һайлаған студенттарға 150 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған.