Мәғариф
5 Августа , 03:38

Белем усаҡтары яңыртыла

Башҡортостанда белем биреү учреждениеларын яңыртыу эштәре ҡыҙыу бара. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған федераль программа сиктәрендә, быйыл республикала 54 объектты – 45 мәктәп, алты балалар баҡсаһы һәм алты колледждарҙы төплө ремонтлау ҡаралған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана   

Белем усаҡтары яңыртылаБелем усаҡтары яңыртыла
Белем усаҡтары яңыртыла

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Яңыртылған уҡыу йорттары ишеген асыу менән унда 28,5 меңдән ашыу бала һәм студент белем ала башлаясаҡ.
Төҙөүселәр күп кенә объекттарҙа эште тамамлап килә. Мәҫәлән, Ишембай, Стәрлебаш, Күмертау, Мишкә, Ауырғазы райондарындағы мәктәптәрҙә, Сибайҙағы балалар баҡсаһында һәм бер нисә колледжда ремонт тамамланған. Өфөләге уҡыу йорттарында ла әҙерлек кимәле юғары. Дөйөм алғанда, төҙөлөш эштәре график буйынса бара, күпселек объекттарҙы 1 сентябргә тиклем тапшырыу планлаштырыла. Бынан тыш, Раевка ауылындағы Алмаз Сафин исемендәге мәктәпте ремонтлау өсөн өҫтәмә аҡса бүленгән, унда эштәр йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев билдәләүенсә, ремонт – ул тик стеналарҙы буяу ғына түгел, ә мәктәпте тулыһынса үҙгәртеү.
«Беҙ һәр мәктәпте үҫтереү концепцияһын эшләнек. Уҡыусылар һәм ата-әсәләр үҙҙәре дизайнды һайлауҙа ҡатнашты. Мәктәптәрҙә һөнәри алты клас асыла, музейҙар, театр студиялары һәм түңәрәктәр өсөн уңайлы киңлектәр булдырыла», – тине ул.
Шулай уҡ мәктәп тирәләй булған территориялар ҙа төҙөкләндерелә. Бының өсөн республика бюджетынан 158 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Әйткәндәй, был программа киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк: 2027 йылда тағы ла 31 белем биреү учреждениеһын яңыртыу күҙаллана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас